Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Изгелек
23 Ғинуар 2018, 12:48

«Беҙҙең ҡулдан барыһы ла килә»

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:— 2018 йылда ирекмәнлек, ярҙамсыллыҡ һәм ғаилә мөнәсәбәттәре темалары бер-береһен тулыландырасаҡ, үҫтерәсәк. Ирекмәнлек — төрлө форумдарҙы, спорт ярыштарын уҙғарышыуҙа ҡатнашыу ғына түгел, ә көндәлек, даими ижтимағи эш, шул иҫәптән ул дәүләттең төп нигеҙен тәшкил иткән ғаиләгә ярҙам итеүҙе лә күҙ уңында тота.


Республика ирекмәндәре һәр йәһәттән әүҙем. Фото: vk.com/rvcrb



Президент Владимир Путиндың Указы менән 2018 йыл Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде

Беҙҙең республикала ул Ғаилә йылы булараҡ та билдәләнәсәк. Әйтергә кәрәк, был ике тема бер-береһенә ныҡ яҡын: Башҡортостанда ғаилә ҡиммәттәре лә баһалы, ирекмәндәр хәрәкәте лә үҫешкән, һәм улар күп йәһәттән бер-береһен тулыландыра.

Президент «Рәсәй ирекмәне» премияһын тапшырыу тантанаһында, 2018 йыл илебеҙҙең барлыҡ граждандары йылы буласаҡ, сөнки халыҡтың ихтыяр көсө, дәрт-дарманы һәм киң күңеллелеге — Рәсәйҙең төп көсө, тине.

— Меңдәрсә, миллиондарса ихлас, эскерһеҙ эштәрҙән тотош йәмғиәттә бер-береңә ышаныс, хөрмәт, ярҙамсыллыҡ барлыҡҡа килә. Тимәк, беҙ иң ауыр бурыстарҙы ла йырып сығыуға һәләтлебеҙ, тип ышанам. Шуға күрә 2018 йылды Ирекмәндәр йылы тип иғлан итергә тәҡдим индерәм, — тигәйне ул саҡта Владимир Путин.

Республиканың тәүге ирекмәндәре

Тарихҡа бер байҡау. Республикала тәүге ирекмәндәр үҙәге 2010 йыл аҙағында барлыҡҡа килә. Ойошма Башҡорт дәүләт медицина университеты ҡарамағында төҙөлә.

— Ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу Сочи Олимпиадаһына бәйле башланып китте, — тип һөйләй БДМУ-ның ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Алина Ғиззәтуллина. — Ул саҡта Олимпия уйындарын үткәрешеүҙә ярҙам итеү маҡсатында бөтә Рәсәйҙән 26 ирекмәндәр корпусы һайлап алынды, беҙҙең үҙәк тә шулар иҫәбенә инде. Шунан алып халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика сараларында — чемпионаттарҙа, саммиттарҙа, фестивалдәрҙә — ҡатнашып киләбеҙ. Әлеге ваҡытта төбәгебеҙҙә ирекмәндәр үҙәктәре күбәйҙе, әммә иң ҙуры булып беҙ ҡалабыҙ. Эшмәкәрлегебеҙ төрлө саралар үткәрешеү менән генә сикләнмәй, теләге булғандарҙы социаль, экология, медицина йүнәлешендәге эштәргә йәлеп итәбеҙ. Саҡырыу буйынса ғына йөрөмәйбеҙ, үҙебеҙ ҙә төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Асылда ирекмәнлек — ул яҡлауға, хәстәргә мохтаждарға социаль ярҙам тип һанайым. Был юлды әүҙем, йәмғиәт өсөн ниндәй ҙә булһа файҙалы эш башҡарырға, кешеләргә, хайуандарға ярҙам итергә теләүсе тынғыһыҙ йөрәклеләр һайлай. Әлбиттә, барыһы тураһында ла хәстәрлек күреү мөмкин түгел, әммә кемгәлер аныҡ ярҙам итергә була.

БДМУ-ны тамамлаған Алина Ғәлиева уҡыған осоронда Ҡазанда үткән Универсиадала — спорт ирекмәне, Сочиҙа медицина ирекмәне булып эшләгән. Ирекмән һәр ярҙамды ихлас күңелдән башҡарырға һәм бының өсөн айырым сифаттарға эйә булырға тейеш: ялҡауланмау, нимә хаҡына был эшкә тотоноуыңды аңлау, ҡаршылыҡтарға бирешмәү, юғалып ҡалмау шарт, тип һанай ул.

2015 йылда үткән саммиттарға ирекмәндәр әҙерләү программаһы етәксеһе, Рәсәй йәштәр союзының БР буйынса рәйесе Диана Вәлиева билдәләүенсә, бер нисә йыл эсендә илебеҙҙә ҡеүәтле ирекмәндәр хәрәкәте барлыҡҡа килде. Халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиғаларҙан тыш, улар социаль сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

— Рәсәйҙә ирекмәнлек менән башлыса студенттар шөғөлләнә, ә бына Европала ирекле ярҙамсыларҙың уртаса йәше 40 тирәһе. Йәштәр әлеге хәрәкәткә үҙүҫеш маҡсатында ҡушылһа, ололар өсөн эске ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү мөһимерәк. Өлкән йәштәгеләр был эште йәмғиәт алдындағы социаль бурыс тип ҡарай, — ти Диана Вәлиева.

Хәйер, Башҡортостан ирекмәндәре араһында ла «көмөш йәштәгеләр» тип аталыусылар, йәғни өлкән быуын вәкилдәре бихисап. Улар әүҙемлеге, тәжрибәһе, йор аҡылы, ярҙам итергә һәм йәмғиәт өсөн файҙалы булырға теләүе менән һоҡландыра.

Ирекмәндәр хәрәкәте бөгөн

Башҡортостандағы барлыҡ ирекмәнлек ойошмаларын Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау үҙәге берләштерә. Төбәгебеҙҙә 175 берләшмә иҫәпләнә, улар башлыса мәктәп һәм студент ячейкаларынан һәм үҙәктәренән тора.

Республика үҙәгендә билдәләүҙәренсә, бөгөнгө көн ирекмәне — ул һәр йәһәттән үҫешкән, эште ойоштора белгән, маҡсатҡа ынтылыусан, әүҙем йәш кеше. Ирекмәнлек йәштәр араһында киң танылыу ала бара, күп кенә егеттәр һәм ҡыҙҙар социаль йәһәттән әүҙем тормош алып барырға, йәмғиәткә файҙалы булырға теләй, ә был — үҙ-үҙеңде үҫтереү, камиллашыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау үҙәгенең бүлек етәксеһе Тимур Ғәҙелшин әйтеүенсә, быйыл Ресурс ирекмәндәр үҙәге асыу күҙаллана, унда ирекле ярҙамсылар, берләшмәләрҙең етәкселәре өсөн уҡыуҙар ойоштороласаҡ. Ирекмәндәр йылы тантаналы рәүештә февралдә асыласаҡ. Яҡын арала республиканың барлыҡ ирекмәндәр ойошмалары өсөн киң ҡулланылыштағы белешмә нәшер ителәсәк.

— Бөгөн ирекмәнлек яңы кимәлгә күтәрелә бара, — ти Тимур Ғәҙелшин. — 2018-2020 йылдарға социаль, ағымдағы ваҡиғалар, медицина, экология, мәҙәниәт, Еңеү ирекмәндәре, уҡыусылар хәрәкәте кеүек йүнәлештәр буйынса ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүҙең төбәк юл картаһы ҡабул ителәсәк.

Беҙҙә ирекмәндәр хәрәкәтенең яҡшы үҫешеүен «Рәсәй ирекмәне-2017» Бөтә Рәсәй конкурсында яуланған ҡаҙаныштар ҙа асыҡ һөйләй. Республика намыҫын яҡлаусы дүрт ҡатнашыусы ла лауреат булып танылды.

2017 йылдың октябрендә Сочиҙа үткән Йәштәрҙең һәм студенттарҙың бөтә донъя фестивале йәштәр өсөн һуңғы йылдарҙа ойошторолған иң сағыу, күләмле сараларҙың береһе булды. Унда беҙҙең республиканан иң яҡшылар иҫәбендә һаналған 50 ирекмән ҡатнашты, улар мәҙәни, спорт, иҡтисади сараларҙың уртаһында булды. Йәш ярҙамсылар сит ил вәкилдәре менән аралашып, тәжрибә тупланы, һөнәри оҫталығын арттырҙы, ойоштороу мәсьәләләрендә ярҙам итте, делегацияларҙы оҙатып йөрөнө, мәҙәни һәм белем биреү программаларында ҡатнашты, синхрон тәржемәсе булып эшләне.

Беҙҙең ирекмәндәр тарафынан уҙғарылған иң һуңғы социаль акцияларҙың береһе — «Изгелек» приютына ярҙам итеү, унда 300-ҙән ашыу эт аҫрала.

— Зоомагазиндар селтәре менән бәйләнешкә инеп, һатып алыусыларға ҡарауһыҙ ҡалған хайуандарға аҙыҡ менән ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт иттек, — тип һөйләй Алина Ғиззәтуллина. — Мин аҡса йыйыуға ҡаршымын, аныҡ эш менән ярҙам итеү яҡшыраҡ. Бер аҙна эсендә тоннаға яҡын аҙыҡ йыйҙыҡ — был бик яҡшы һөҙөмтә.

Нисек ирекмән булырға

Тимур Ғәҙелшин әйтеүенсә, 14 йәше тулған һәр кем ирекле ярҙамсы була ала. 45 йәштән олораҡтар «көмөш ирекмәндәр» тип атала. Дүрт төрлө сарала ҡатнашҡандан һуң, эш һөҙөмтәләренә ҡарап, ярҙамсыға ирекмән кенәгәһе бирелә. Ул уҡырға ингәндә, юғары стипендия билдәләү барышында һәм башҡа осраҡтарҙа иҫәпкә алына.

Саралар исемлеге Республика ирекмәндәр хәрәкәте сайтында (volunteer-center.ru), шулай уҡ «Бәйләнештә» социаль селтәрендә (vk.com/rvcrb) ҡуйылып барыла. Барлыҡ һорауҙар менән Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау үҙәгенең штабына мөрәжәғәт итергә мөмкин: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, телефон: (347) 251-89-76. Бынан тыш, урындарҙа, район-ҡала хакимиәттәренең йәштәр эштәре буйынса комитеттары ҡарамағында ячейкалар булдырылған.


Ҡатнашыусы фекере

— Мин — Әлфинә Мәмбәтова, «Лидер» балалар һәм үҫмерҙәр клубында эшләйем. Ирекмәндәр хәрәкәтенә бер йыл элек ҡушылдым, әлеге ваҡытта тормошомдо был шөғөлдән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым.

«Рәсәй ирекмәне-2017» конкурсында лауреат булдым. Финалға тиклем бер нисә һайлап алыу этабы аша үтергә, шул иҫәптән «Башҡортостан ирекмәне» конкурсында ҡатнашырға тура килде. Мин «Социаль ирекмәнлек» йүнәлешендә сығыш яһаным. Был тема миңә ныҡ яҡын, сөнки беҙ ирекмәндәр командаһы менән социаль приюттарҙа йәшәүсе ололар һәм балалар янына йыш йөрөйбөҙ, уларға төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторабыҙ, йәғни ауыр хәлдә ҡалған кешеләрҙең тормошона аҙ ғына булһа ла йәм өҫтәргә тырышабыҙ.

Әлеге ваҡытта минең тарафтан эшләнгән «Уңыш лабораторияһы» проекты тормошҡа ашырыла, ул ирекмәндәрҙе эбру техникаһына — һыу өҫтөндә һүрәт эшләүгә өйрәтеүгә йүнәлтелгән. Был алымды насар ғәҙәттәр йоғонтоһонда булған йәштәрҙе дауалауҙа ҡулланалар.


Андрей ИВАНЮТА, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры:

— Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында ярҙамсыллыҡ һәм ирекмәнлек традициялары элек-электән нығынған: беҙ ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙамға ашығабыҙ, яҡындарыбыҙ менән ихлас аралашып, бер-беребеҙ хаҡында хәстәрлек күреп йәшәргә өйрәнгәнбеҙ.

Беҙҙә ирекмәндәр эшмәкәрлегенең барлыҡ йүнәлештәре лә үҫешкән: «экология», «ваҡиғаларға бәйле ирекмәнлек», «Еңеү ирекмәндәре», «медик-ирекмәндәр», «көмөш йәштәге» ирекмәндәр, «ирекмән-эҙәрмәндәр»... Төбәктә уҙғарылған бер генә күләмле сара ла уларҙың ярҙамынан тыш үтмәй.

Шәхси ваҡытын йәмғиәткә файҙа килтереүгә арнаған, мохтаждарға ихлас күңелдән ярҙам иткән кешеләрҙең барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Улар үҙҙәренең талантын, ваҡытын, дәрт-дарманын, күңел йылыһын социаль йәһәттән мөһим эштәргә арнай.


Цифры

Башҡортостанда 175 ирекмәндәр ойошмаһы иҫәпләнә, улар 10 000 самаһы ирекле ярҙамсыны берләштерә.