14 ғинуарҙа Кесе Ыҡтамаҡ ауылының Ленин урамында торлаҡ йорт янып китә. Район үҙәге янғын һүндереү часына 11 сәғәт 15 минутта шылтыратып хәбәр итәләр. Беренсе булып ваҡиға урынына Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советының ирекле янғын һүндереү дружинаһы килә. Улар артынан район үҙәгенең ут менән көрәшеүселәре лә килеп етә. Янғынды ярайһы уҡ тиҙ һүндерәләр. Был ауылдарыбыҙҙа әле ысын геройҙар барлығы һөҙөмтәһендә мөмкин була.
Янғын сыҡҡан мәлдә Кесе Ыҡтамаҡ ауылында йәшәгән Денис Ғарипов менән уның дуҫы Матвей Чубаров өйҙә булалар. Уларға күрше ҡатын, йүгереп инеп, өйөндә янғын сығыуы хаҡында әйтә. Ситтә тороп ҡала алмайынса, йәш кешеләр, янған өйҙөң ниндәй ҙә булһа мөлкәтен ҡотҡарып ҡалыр өсөн, күршеләренә ярҙамға ташлана. Өй ишеге асыҡ тора һәм ут бар көсөнә ҡоторона башлаған саҡ була. Денис ишекте ныҡ итеп яба, сөнки саф һауаның тағы ла нығыраҡ яныуға булышлыҡ итеүен ул белә.
Денистың ғүмерендә был инде тәүге янғын һүндереү түгел. Бер йыл элек кенә Әләгәҙ ауылында бик ҙур янғынды һүндереүҙә ҡатнаша. Ул саҡта дуҫтары Евгений Тетерлев һәм Владимир Гавришин менән улар, Дыуандан ҡайтып килгәндә, янғынды күреп ҡала, ә яныусы объект “Молочные берега” һөт эшкәртеү заводы булып сыға. Егеттәр, янғынға иҫтәре китеп, ҡайһы берәүҙәр кеүек уны телефонға төшөрөп ултырмай, ә янғын һағы хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға йүгерә. Яныусы бинанан улар, ғүмер-ҙәренә ҡурҡыныс янауына ла иғтибар итмәй, кислород баллондарын алып сыға. Утты һүндергән ваҡытта Денис аяғын имгәтә. Һуңыраҡ, дауаханала, уның аяғы һыныуы асыҡлана.
Денис Ғарипов – ябай, баҫалҡы егет, “Ҡарағай” шифаханаһында эске контроль хеҙмәте контролеры булып эшләй. “Ни өсөн һеҙ ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ?” –тигән һорауға: “Моғайын, эш минең тәрбиәлә һәм ата-әсәйем һеңдергән әхлаҡи принциптар-ҙалыр. Сит кеше бәләһе эргәһенән тыныс ҡына үтеп китә алмайым”, – тип яуап-лай.
Денистың дуҫтары менән ҡылған ғәмәле – ысын батырлыҡ миҫалы. Егеттәр өйҙәренә ҡайтып китә, үҙ эштәре менән шөғөлләнә ала ине – әммә улар үҙҙәре өсөн ысын ирҙәр юлын һайлаған. Был кешеләр хөрмәткә һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.
86-сы янғын һүндереү часы начальнигы Илдус Ниғмәтуллиндың фекере:
– Был осраҡта Денис Ғарипов бик белдекле эш иткән. Ғәҙәттә, кешеләр, киреһенсә, тәҙрә быялаларын вата, ишектәрҙе аса башлай, ә быны эшләргә ярамай, сөнки саф һауа ағымы яныуға булышлыҡ ҡына итә. Янғын сыҡҡан бинаға үтә ел һәм көслө һауа ағымы үтеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк, юғиһә, ут ҙурыраҡ көс менән тараласаҡ.