Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Изгелек
17 Ноябрь 2017, 02:00

Наҙға сорналып үҫәләр

Исеме есеменә тап килгән уның – Таңсулпан. Кескәй йондоҙ ауылдағы һәр концертта сығыш яһай, йөҙө шатлыҡтан балҡый, күҙҙәре нурлы, сағыу. Район буйынса үткәрелгән вокал конкурстарында призлы урындар яулауы ла моңло тауышына ғына түгел, а шул “һөйкөмлө һөйәгенә” бәйлелер, моғайын, бигерәк күңелдәрҙе арбай шул. Ә Таңсулпандың яҙмышы бик ҡатмарлы башланған. Өс йәшлек кенә ҡыҙҙы ике ағаһы менән бергә социаль приютҡа урынлаштыралар. Дәүләт йортонда кескәй артистың йондоҙло юлы нисек барыр ине – билдәһеҙ. Бәхеткә, уға яңы ата-әсә – Лилиә инәһе менән Альфред әтеһе тап килә. Тәү тапҡыр улар район дауаханаһында таныша. Балалар-ҙы приютҡа тиклем ошонда урынлаштырған булалар. Әсә наҙына сарсаған сабый мөләйем йөҙлө үтә лә миһырбанлы Лилиә апайға шунда уҡ ылыға. Табиптар: “Бик эйәләштермәгеҙ”, – тип тә иҫкәртәләр, тик йөрәк йылыһын бикләп ҡуйып булмай бит. Етмәһә, эргәһендәге Диана ҡыҙы ла күптән иптәш таптыра. Бер аҙна тигәндә, Таңсулпандарҙы алып та китәләр. “Һағынып илап та ала инек, хәтерҙән сыҡманы ул ҡыҙсыҡ. Хатта ирем дә йөрөй-йөрөй ҙә Таңсулпанды һөйләп ҡуя ине. Шунда уҡ документтар юлламағанға үкендек”, – ти Лилиә апай. Шулай итеп, күңел тыныслығын эҙләп, улар Таңсулпан һәм уның ике ағаһы артынан Мәсәғүттәге социаль приютҡа юллана. Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 17 ноябрендәге 92-сы һанында уҡығыҙ.