Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Апрель , 10:00

Йәш Ҡөрьән уҡыусылар һәләттәре менән һоҡландырҙы

Оло Ыҡтамаҡ ауылының район Мәҙәниәт һарайында балалар араһында Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы. Мәсетле районы территорияһында ул тәүге тапҡыр ойошторолдо һәм урындағы мосолмандар тормошонда мөһим ваҡиғаға әйләнде.

Йәш Ҡөрьән уҡыусылар һәләттәре менән һоҡландырҙы
Йәш Ҡөрьән уҡыусылар һәләттәре менән һоҡландырҙы

Сараны ойоштороусылар – Мәсетле районы Мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов һәм райондың имам-мөхтәсибе вазифаһын башҡарыусы Айрат Борханов.
Йыйылыусыларға Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев мөрәжәғәт итте һәм бындай сараларҙың балаларҙы дингә ылыҡтырыуҙа мөһим роль үтәүен билдәләне.
Конкурста районыбыҙ ауылдарынан 8 – 18 йәштәрҙәге 20-нән ашыу бала ҡатнашты. Уларҙың сығышын Оло Ыҡтамаҡ ауылы мәсетенең имам-хатибы Әнис Ҡазиханов, Мысырҙан килгән Өфөләге Мәрйәм Солтанова исемендәге колледж уҡытыусыһы Сәйет Әбделхәсән һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙрәсәһе студенты Абдулла Гурбановтан торған жюри баһаланы. Улар Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡыуҙы һәм уҡыған сүрәләр һанын иҫәпкә алды.
Сығыштар ваҡытында залда тынлыҡ урынлашты, тамашасылар конкурсанттарҙы иғтибар менән тыңланы. Улар араһында тәүге тапҡыр сәхнәнән сығыш яһаусылар ҙа бар ине.
Фатиха сүрәләрен яттан һөйләгән 12 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында беренсе урын 10 йәшлек Рауил Шәрәфисламовҡа бирелде, икенсе – 12 йәшлек Батырхан Бижановҡа, өсөнсө – 9 йәшлек Искәндәр Филатовҡа (барыһы ла Оло Ыҡтамаҡ ауылынан).
13 йәштән өлкән конкурсанттар араһында Яңы Яуыш ауылынан Байназар Ғариповтың (13 йәш) сығышы иң яҡшыһы тип танылды, Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Инсаф Фазылов (14 йәш) икенсе булды. Улар ҙа Фатиха сүрәһен белеүҙә ярышты.
10 сүрәнән ашыу уҡыған 18 йәшкәсә ҡатнашыусылар араһында беренсе урын – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан 8 йәшлек Юныс Солтановта, икенсе – Абдулла ауылынан 10 йәшлек Әминә Әхмәтовала, өсөнсө – Әжекәйҙән 11 йәшлек Умар Дилмөхәмәтовта.
Улар мөхтәсибәт һәм Мәсетле районы мәҙәниәт бүлегенең дипломдары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Һәр ҡатнашыусыға иҫтәлекле бүләктәр һәм “Аиша” хәйриә йортонан татлы күстәнәстәр тапшырылды.
Конкурс күмәкләп “Әл-Фәтиха” сүрәһен уҡыу һәм “Наил-хажи” мәсетендә байрам ифтары менән тамамланды.
Альбина ЗАРИПОВА.

Автор: