“Бер-береңде хөрмәт-ихтирам итеү, уңыштарға көнләшмәү зарурлығы хаҡында күп әйтелә, яҙыла. Ләкин тормош үҙе ғәҙел булһын ине лә бит: кемдер ыҙа сигеп көн итһә, икенселәр рәхәтләнеп йәшәй. Ошондай шарттарҙа нисек инде бер-берең менән татыулыҡҡа ынтылырға, күҙҙе йомоп, көнләшеүгә юл ҡуймаҫҡа мөмкин? Ғөмүмән, тормоштағы ғәҙеллек тураһында Исламда ниҙәр әйтелә?”
Гәзит уҡыусыбыҙҙың һорауына диндарҙарыбыҙҙың һүҙҙәренә, дини китаптарға нигеҙләнеп яуап бирергә тырышабыҙ.
Исламда әйтелеүенсә, донъяла бөтөн нәмә Аллаһ Тәғәләнең ғәҙеллеге менән тигеҙ, тоғро хәрәкәт итә. “Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хоҙай ҡаршыһында ғәҙел шаһитлыҡ ҡылыусы булығыҙ, – тиелгән “Маиҙә” сүрәһендә. – Кешеләргә ҡарата нәфрәтегеҙ насар юлға алып бармаһын. Ғәҙел булығыҙ, был һыҙат тәҡүәлеккә яҡын”. Тимәк, бөтөн эштә, һәр хәл-ваҡиғала дөрөҫ фекергә килеп, тоғро юл табырға тейешбеҙ.
Шул уҡ ваҡытта Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте менән һәр нәмә үлсәүгә һалынған. Ошоға бәйле бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Сөләймән ғәләйһис-сәләм пәйғәмбәр ҙә, батша ла булған. Ошондай ике ҙур вазифаны бергә алып барыу, әлбиттә, оло яуаплылыҡ талап иткән. Пәйғәмбәр булараҡ, Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән дини ҡанундарҙы өйрәтһә, батшалыҡ уның иңенә халыҡты яҡлау, һаҡлау кеүек бихисап бурыс йөкмәткән. Бер көн Сөләймән ғәләйһис-сәләм ныҡ оло йәштәге, бөкрәйеп бөткән, әммә арҡаһына ауыр утын йөкмәгән бабайға тап булған. “Бына ошолай көн итәм, фәҡирмен”, – тип зарын еткергән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға бер алмас тотторған. “Ошо байлыҡты тотон, ул ғүмереңдең ахырына хәтлем етәсәк, һинән һуң да ҡаласаҡ әле”, – тигән ул.
Күпмелер ваҡыт үткәс, теге ҡартты йәнә осратҡан. Бабай хас теге сағындағы хәлдә йөрөй икән: бөкрәйгән, арҡаһына ауыр утын йөгө аҫып алған... Ифрат ныҡ ғәжәпләнгән Сөләймән ғәләйһис-сәләм: нисек инде шул ҡәҙәр аҡсаһы була тороп, һаман фәҡир ҡиәфәтендә йөрөргә мөмкин? “Эй... Теге саҡ алмас тотоп ҡайтып килә инем, юлбаҫарҙар талап алды”, – тип көрһөнгән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға икенсе тапҡыр алмас һонорға торғанда, Аллаһ Тәғәләнән әмер килгән: “Бирмә һин уға – тормошон барыбер үҙгәртә алмаҫһың: ғүмер буйы әлеге хәлендә ҡаласаҡ”.
Был хикәйәттең нигеҙендә ҙур хикмәт ята: бәғзеләр мөлкәтте күп көс түгеп, тырышып-тырмашып тапһа, икенсе берәүҙәр булғанын да тота белмәй. “Эй, Раббым, байлыҡтың файҙалыһын, хәйерлеһен бир” тигән доға тап ошоға бәйле килеп сыҡҡандыр ҙа. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын төрлөсә һынай. Байлыҡ менән фәҡирлек тә юҡтан бирелмәй: ике юлда ла кеше иманын, ғәҙеллеген һаҡларға тейеш. Ә инде ҡайһы бер кешенән тиктомалдан ауыр һүҙ ишетәбеҙ икән, уны сабыр үткәрергә тейешбеҙ. Хатта ки Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә, Аллаһ Тәғәләнең Рәсүле була тороп, ниндәй генә рәнйеү, кәмһетелеү кисермәгән. Әммә барыһына ла түҙгән Пәйғәмбәребеҙ, Аллаһ Тәғәлә ҡуйған бурысты үтәүен дауам иткән. “Аҡыллы – ҡуйҙым, иҫәр еңдем тиер” тигән мәҡәл дә ошоға бәйле әйтелгән булһа кәрәк. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә төрлө хәлдә көслө ихтыярлы, түҙем, ғәҙел булып ҡалырға насип итһен, көнләшеү, нәфрәтләнеү кеүек насар тойғоларҙан һаҡлаһын, иншаллаһ.
Дилбәр ИШМОРАТОВА
Фото:islam.ru
Источник: https://bashgazet.ru/articles/iman/2023-08-11/tormoshon-baryber-g-rt-alma-y-3382844