*Бәрәкәт — ул Аллаһ Тәғәлә биргән ниғмәттәрҙең файҙалы булып, гел артып тороуы һәм оҙаҡҡа етеүе. Бәрәкәт тормоштағы бөтә нәмәгә лә ҡағыла, шул иҫәптән аҡсаға ла, ваҡытҡа ла. Ваҡыттың бәрәкәте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп эш эшләп өлгөрөүҙе аңлата. Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә аҡсаға бәрәкәт бирһә, аҙы ла күп әйберҙәр һатып алырға етәсәк.
*Бәрәкәт килеүенең төп шарты – биргән ниғмәттәре өсөн шөкөр итеп йәшәү. Был күңелең менән генә түгел, телең һәм ғәмәлдәрең менән дә Аллаһты маҡтау һәм Уға рәхмәтле булыу тигән һүҙ. Ашаған-эскән ваҡытта “әлхәмдүлилләһ” – “Аллаһыға маҡтау булһын” тип әйтеү тел менән шөкөр итеү була һәм шул сәбәпле ризыҡҡа бәрәкәт инә.
*Бәрәкәт килтерә торған икенсе ғәмәл – байлыҡтан өлөш сығарыу, мохтаждарға булышыу. Байлыҡ саҙаҡа биреүҙән кәмемәй, киреһенсә, арта. Был хаҡта “Сәбә” сүрәһенең 39-сы аятында әйтелә: “Һеҙ нимә генә сарыф итһәгеҙ ҙә, Аллаһы Тәғәлә уны һеҙгә кире ҡайтара”. Икенсе бер хәҙистә ул: “Әй, әҙәм балаһы, байлығыңды сарыф ит һәм мин һинең байлығыңды арттырырмын”, - тине.
* Бәрәкәтле ваҡытҡа рамазан айы, төндөң аҙаҡҡы өлөшө, йома көнө, зөлхизә айының беренсе ун көнө инә. Был ваҡыттарҙа изге ғәмәлдәр һәм доға ҡылыу фазлиәтле. Аллаһы Тәғәлә эштәрен иртә башлаған кешеләргә бәрәкәт иңдерә.
*Бәрәкәттең юҡҡа сығыуы күҙ тейеүгә бәйле түгел. Күҙ тейеү сәбәпле кешенең сәләмәтлегенә зыян килә. Ә бәрәкәттең китеүе күп осраҡта гонаһ ҡылыу, биш ваҡыт намаҙ уҡымау, рамазан айында ураҙа тотмау, хәрәм ризыҡ ашау, араҡы эсеү, байлыҡтан зәкәт түләмәү һәм Аллаһҡа шөкер итмәү менән бәйле.
***Өйҙә бәрәкәт булһын өсөн нишләргә? Күберәк Ҡөръән уҡырға, доға ҡылырға, зикер-тәсбихтәр әйтергә һәм Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылып йәшәргә кәрәк. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйтте: “Әгәр ҙә ауыл һәм шәһәр халҡы иман китерһәләр һәм тәҡүә булһалар, Беҙ уларға күктән һәм ерҙән бәрәкәт ишектәрен асасаҡбыҙ” (Әғраф сүрәһе, 96-сы аят). Тәҡүә булыу – ул Аллаһтың әмерҙәрен үтәү һәм гонаһтарҙан тыйылыу. Шулай булмаһа, Аллаһ ул йортҡа тыныслыҡ та, бәрәкәт тә иңдермәй. Ен-шайтандар күп булып, унда Аллаһтың ләғнәте төшә.
*Бәрәкәт инһен өсөн Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғаләйһи үә сәлләм: “Әллааһүммә бәәрик ләнәә фиимәә ракзәкотәнәә үә кыйнәә ғазәәбән-нәәр”, – тип доға ҡылған (Имам ән-Нәвәвинең “Әзкәр” китабы).
Сығанаҡ һәм фото: "Үткәрмә Йәсин" төркөмө.