“Һуңғы осорҙарҙа, айырыуса Рамаҙан айында ифтарҙар үткәргәндә уларҙы мәсеттә ойоштороу киң таралды. Элек ундай йола булмаған. Әлбиттә, бының уңайлы яҡтары бар: мәжлес үткәргән кеше мәсеткә аҡсаһын бирә лә, унда әҙерләйҙәр, кеше үҙе мәшәҡәтләнмәй, ҡунаҡтарын саҡыра ла, барып ултырып, доға ҡылып китеп тә бара.
Бер ҡараһаң, яйлы һәм мәсеттәргә лә ҡулай. Унда халыҡ килә, намаҙ уҡымаһа ла, вәғәз, дини һүҙ тыңлап ҡайта. Әммә өйҙә үткәргән мәжлестең өҫтәмә сауаптары була.Беренсенән, өйгә ҡунаҡ керә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм, өйгә ҡунаҡ инмәгәндә фәрештәләр ҙә кермәй, ти. Икенсенән, өйгә килгән ҡунаҡ доға ҡылып сығып китә. Был инде ҡунаҡтың доғаһын алыу тигән һүҙ. Шулай уҡ өй эсендә ошо нигеҙгә Ҡөрьән уҡыла, унда фәрештәләр килә, бәрәкәт инә, тыныслыҡ урынлаша. Йортҡа ҡунаҡ саҡырыу, үҙ сиратында, улар менән яҡынайыу, араларҙы нығытыу ул. Хәҙерге заманда өйгә йылдар буйы ҡунаҡ килмәгән осраҡтар ҙа була.
Мәжлестәрҙе нисек үткәрергә кәрәк һуң? Улар, әлбиттә, дини нигеҙҙә үткәрелә, йәғни бисмилланы әйтеп, Ҡөрьән һүҙе менән башлана. Бындай мәжлестәргә фәрештәләр килә, Аллаһ һүҙе һөйләнгән осраҡта, Аллаһ Тәғәлә шунда ултырған кешеләрҙең гонаһтарын кисерә, ғәфү итә.
Мәжлес булғас, уның үҙ тәртиптәре була. Табында, әлбиттә, хәләл ризыҡтар ғына булырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм, әҙерләнгәндә бурысҡа инеп, үҙегеҙгә ауырлыҡ килтерерлек булмаһын, ти. Хәҙер беҙҙең халыҡта «уҙышып табын әҙерләү» тигән күренеш бар. Бер-беребеҙҙән күреп, өҫтәлдәребеҙҙә йылдан-йыл төрлө-төрлө ризыҡтар өҫтәлә бара. Ә күп осраҡта был ризыҡтарҙың яртыһы түгел, дүрттән бере лә ашалмай. Күбеһе өҫтәлдә шул килеш ҡалырға мөмкин. Һәм инде мәжлес әҙерләгән икенсе кешегә был ауырлыҡ тыуҙыра, сөнки кемдер, мин былай әҙерләй алмайым, шуға ҡунаҡ саҡырып тормайым, әҙерләнмәйем, тип әйтергә мөмкин. Шулай уҡ, әгәр ҙә фәҡир кеше, мәжлес үткәрәм, тиһә, ризыҡтар күп төрлө булһын тип тырышмаһын. Булдыра алған ҡәҙәр эшләһен дә ихлас күңелдән ҡунаҡтарын саҡырһын. Иң мөһиме – уның таҙа күңеле, ниәте.
Мәжлескә килгәндә, әлбиттә, кемдер күстәнәс менән дә килергә мөмкин. Был – күркәм ғәҙәт, мәжлескә килгән кешегә сауабы ла, бәрәкәте лә була. Ҡунаҡ кешегә үҙенең ошо күстәнәсен табынға ҡуйыу ғәҙәте лә бар. Ни өсөн улай эшләнә – был инде шәриғәт буйынса ҡәтғи талап түгел. Әммә кеше бит берәй нимә алған ваҡытта үҙе теләгән әйберҙе ала – күҙе төшкән, ашағыһы килгәнде, шуға күрә уның алдына үҙенекен ҡуйһаң, күңеле була.
Табын артында ултырыуҙың да үҙ тәртиптәре бар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бисмилла әйтеп ашарга ҡуша, алдыңдағыны ғына ашарға, ти, тегендә-бында үрелеп ултырмаҫҡа.
Ҡыҫтауға килгәндә, беҙҙең халҡыбыҙҙа «әйҙә-әйҙә» тип ҡыҫтарға яраталар. Ҡыҫтау – оялсан кешеләр килһә, бик күркәм әйбер. Әммә инде артығы ла кәрәк түгел. Ҡайһы ваҡытта, бер туҡтамай шуны әйтеп торғас, кеше уңайһыҙлана башлай. Тамаҡ туйғандан һуң ашарға ярамай беҙҙең динебеҙҙә, һәм һин кешене гонаһҡа этәрергә мөмкинһең. Туйғандан һуң ашау был кеше өсөн хәрәм булырға мөмкин.
Мәжлес тамам булғас, ошо ризыҡты, күстәнәс итеп, ҡунаҡтарға биреп ебәрәләр. Хәҙер инде бәлештәрҙе махсус пластик һуыттарға һалып сығаралар. Был шулай уҡ күркәм ғәҙәт, сөнки килгән кешегә, беренсенән, күңелле була үҙе менән күстәнәс алып ҡайтырға; икенсенән, ризыҡ күп ҡалған осраҡта, уны ашап бөтөрөп булмай, шуға күрә уны ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ташларға да мөмкиндәр.
Ләкин әгәр ҙә хужа һиңә үҙе күстәнәс бирмәһә, үҙеңә табындан нәмәнелер йыйып алып китеү ярамаҫ. Был - тәрбиәһеҙлек. Ә бит һин белмәйһең, бәлки, хужа һеҙҙән һуң тағы берәй төркөм ҡунаҡтар саҡырғандыр, көтәлер. Шуға күрә, хужа үҙе әйтмәһә, үҙе бирмәһә, был осраҡта алмау хәйерле булыр.
Ҡөрьән мәжлестәрендә ултырыу тәртибе лә бар. Мосолмандарҙа ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙарға бер табын артында ултырыу кәңәш ителмәй. Был гонаһ һанала. Шуға күрә ултырған ваҡытта ирҙәр – айырым табында, ҡатындар – айырым табында. Әгәр ҙә инде ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйырға тура килһә, айырым табында йә айырым бүлмәлә, йә булмаһа, айырым көндәрҙә йыйһаң, хәйерлерәк. Элек шулай булған да. Ирҙәр табынында Ҡөрьәнде - мулла, ҡатын-ҡыҙҙар табынында абыстайҙар уҡыған.
Кейемгә килгәндә, ирҙәр, әлбиттә, шәриғәткә тура килгәнсә кейенәләр, асыҡ йөрөмәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙарға килгәндә, проблема йышыраҡ тыуа. Күп осраҡта беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙың итәктәре ҡыҫҡа була мәжлестә. Тубыҡтан өҫтә икән – ҡыҫҡа тигән һүҙ. Шулай уҡ ҡулдары, муйындары асыҡ була, яулыҡтары ла баш остарына ғына бәйләнгән йәки сәстәре күренеп торған була. Ғәүрәттең берәй ере асыҡ булһа, был мәжлескә фәрештәләр килмәй. Фәрештәләр килмәгәс, беҙ бик күп бәрәкәттән ҡолаҡ ҡағабыҙ тигән һүҙ. Шуның өсөн дә, ҡатын-ҡыҙҙарға кейенеп йөрөү мотлаҡ.
Ҡайһы ваҡыт абыстайҙар «тырнаҡтарығыҙ буялған» тип тә әрләшә. Тырнаҡ буяу – ысынлап та, мосолмандар ғәҙәте түгел. Был кешеләрҙең әлеге осраҡта тәһәрәте лә дөрөҫ булмай. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтә, оҙон тырнаҡ аҫтында шайтандар йәшәй, ти, тырнаҡ оҙонораҡ булған һайын, уның аҫтында шайтандар ҙа күберәк була.
Һәр нимәнең үҙ ваҡыты була. Мәжлестең ваҡытын самаларға кәрәк.Үҙ ваҡытында китә лә белергә кәрәк, сөнки хужа, ярар инде, китегеҙ, тип ҡыуып сығара алмай. Шуға күрә, матур ғына итеп, ваҡытында һаубуллашыу – әҙәп-тәртипкә инә торған ғәмәлдәр.
Инде саҙаҡаға килгәндә, мәжлестәрҙә күпләп хәйер тараталар. Ҡайһы бер абыстайҙар, саҙаҡа таратырға кәрәкмәй, был – дөрөҫ түгел, тип тауыш сығара башланылар. Беренсенән, саҙаҡа биргән кешегә бер ҡасан да ҡаршы төшөргә кәрәкмәй. Кешенең күңелендә хәйер биреү теләге бар икән, нисек инде уға «таратма» тип әйтә алаһың? Килер бер көн, һин тартып та ала алмаҫһың ул кешеләрҙән. Шуға үҙе бирә икән, алырға кәрәк.
Ҡайһы берәүҙәр «мин саҙаҡаға мохтаж түгел» тип тауыш сығара. Мохтаж түгелһең икән, тауышланма, ал да башҡа кешегә бир. Яныңда ултыралыр мохтажы, күршең барҙыр мохтаж, юҡ икән, мәсеткә алып бар. Ҡайһы бер урындарҙа саҙаҡаларҙы тәрилкәләргә йыялар, унан йәки хужаға, йәки мәсеткә бирәләр. Был да шәриғәткә ҡаршы килә торған ғәмәл түгел.
«Саҙаҡаны күпме бирергә?» тигән һорау ҙа тыуа. Әлбиттә, ул мөмкинселеккә ҡарап бирелә. Бында инде «энә лә – бүләк, дөйә лә – бүләк» тигән һүҙ бар. Фәҡир кеше әҙ бирергә оялмаһын, ә бай кешенең мөмкинселеге күберәк. Күберәк бирһә, уға сауабы ла ҙурыраҡ була. Шуға күрә энә – фәҡирҙәр, ә дөйә – байҙар өсөн.
Әлбиттә, саҙаҡаны һорап алмайҙар, кемдер бирмәй икән – ул уның үҙ эше. Ә саҙаҡа тараттылар икән, өҫтәмә бәрәкәт, өҫтәмә доға ҡылына ошо саҙаҡаларға.
Сығанаҡ: "Кәрәкле төркөм", Нурулла хәҙрәт: "Ҡөрьән ашын уҙғарыу".
Фото: klubmama.ru