Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Октябрь 2022, 09:20

Мәсет ишектәре һәр саҡ асыҡ булһын

Тайыш ауылында мәсет асыу тантанаһы үтте. Уны урындағы халыҡ һәм башҡа мосолман ҡәрҙәштәр аҡсаһына төҙөнөләр.

Мәсет ишектәре  һәр саҡ асыҡ булһын
Мәсет ишектәре һәр саҡ асыҡ булһын

Тантаналы сарала Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов, Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының райондар менән эшләү бүлеге начальнигы Радик Мираҫов, Мәсетле районы имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев, күрше ауылдар һәм райондар имамдары, ауыл халҡы, шулай уҡ төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индереүселәр ҡатнашты.
Тайыштарҙы уларҙың ауылында ғибәҙәт ҡылыу һәм яңы ғилем алыу өсөн ошондай кәрәкле урын барлыҡҡа килеүе менән ҡотлап, Альберт Сәғҙәтов, хәҙерге ваҡытта һәр беребеҙ Аллаһы Тәғәләнең ярҙамына мохтаж булыуын билдәләне.
– Бөгөн, бер-беребеҙгә ярҙам итеү һәм берләшеү мөһим булған осорҙа, мәсет асыу – ҡыуаныслы күренеш. Республикабыҙ именлеге нигеҙен тәшкил иткән мәҙәниәттәрҙе, йолаларҙы хөрмәт иткәндә генә артабан уның бөтөнлөгөн һәм берҙәмлеген һаҡларға, ә районда дин-ара һәм милләт-ара тыныслыҡты һаҡлап ҡалырға мөмкин. Мәсеттә белем генә түгел, ярҙам да аласаҡһығыҙ. Беҙ балаларҙы илебеҙҙең патриоты итеп тәрбиәләргә, өлкәндәрҙе ихтирам итергә һәм уларҙың хеҙмәтен ҡәҙерләргә тейешбеҙ. Хәҙер беҙҙең именлек, ирек һәм тыныс күк йөҙө хаҡына көрәшеүселәр өсөн доға ҡыласаҡбыҙ, – тип билдәләне һәм аҡса йыйыуҙа, төҙөүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Радик Мираҫов мәсет ишегенең һәр ваҡыт асыҡ тороуын теләне:
– Ҡайһы берҙә ҙур тырышлыҡ менән төҙөлгән мәсетте ниндәйҙер мосолман байрамдары ваҡытында ғына аса башлайҙар. Улай булырға тейеш түгел. Мин өлкәндәр-ҙән тыш, йәштәр ҙә бында килеренә ышанам. Мәсет изге эштәргә хеҙмәт итһен!
Тайыш ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә унда йәшәүсе Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар союздары, “Ағинәйҙәр” ҡоро һәм ветерандар советы ағзаһы Минзәлә Ниғмәтуллина ауылдың тарихы менән таныштырҙы:
– 1816 йылда ревизия документында Троицк округы 4-се Башҡорт кантоны Дыуан улусына ҡараған Тайыш 19 нәҫелдән торған ауыл тип билдәләнә. 1834 йылдың март айында Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе 4-се Башҡорт кантонының 5-се юртаһы документтарына ҡараған Тайыш ауылында 30 нәҫелдән торған халыҡ йәшәй һәм 78 ир заты, 88 ҡатын-ҡыҙ теркәлә. Әгәр 1816 йылда Әлхәм Таишевтың исеме отставкалағы мулла тип яҙылһа, 1824 йылда Әлхәм Таишевтың вафаты теркәлә һәм уның улы Әсфәндиәр Мәштәков 35 йәшендә указной мулла итеп тәғәйенләнә.
1859 йылдың июнь айында Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙенең 8-се Башҡорт кантонына ҡараған 2-се юрта Тайыш ауылында уның улдары теркәлә: Ниғмәтуллаға – 18 йәш, Хәйруллаға – 31 йәш. Үҙенә 60 йәш була.
Ихтилалдар ваҡытында ауыл ирҙәрен хеҙмәткә саҡыр-ғандар. Ниғмәтулланың оло улы Мостафа тураһында мәғлүмәттәр табылмаған. Беҙҙең Нәбиулла олатай 1905 йылда Япон һуғышында ҡатнашҡан. Георгий тәреһе орденына лайыҡ була һәм тыуған ауылына ҡайта. Ә инде Нәжәр олатай Фин һуғышында үлеп ҡала. Уның етем ҡалған ҡыҙы Рәхимәне беҙҙең олатай менән ҡәртнәй ҡарап үҫтергән.
“Был ваҡытта, – тип хәтерләй ине беҙҙең ҡәртнәй, – алтынсы мәсет мин килен булып төшкәндә, янғын сығып, янып бөткәйне, ә етенсе мәсетте ауыл ҡарттары һаман да ошо тирәлә һалдылар”, – тип, урынын күрһәтә ине.
1936 йылда мәсет бинаһында мәктәп урынлаша. Бөгөн Тайыш ауылында һигеҙенсе мәсет сафҡа инә. Ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, ниндәй генә сәйәсәткә инан-һаҡ та, иманыбыҙға тоғро булып ҡала халҡыбыҙ. Шуның өсөн дә мәсеттәр тергеҙелә, яңы биналары һалына, иманлы ер бай була, иманлы халыҡ бар була, тиҙәр. Һүҙемде йомғаҡлап, ошо мәсетте һалыуҙы үҙ өҫтөнә алып, меценатлыҡтың ауыр йөгөн тартҡан Рәсүл Илһам улына, мәсет төҙөүҙә ҡатнашҡан ауылдаштарға, башҡа ауылдарҙа, райондарҙа һәм төбәктәрҙә йәшәүсе яҡташтарға рәхмәт белдерәм, – тине ул.
Тайыш ауылы старостаһы Рәсүл Әбүбәкеров мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе:
– Берәүҙәр аҡса менән ярҙам итте, икенселәр эштәрҙә ярҙамлашты. Бөгөн был тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Айырыуса Мәжит һәм Нәзир Мостафиндарҙы, Айрат Муллабаевты, Мансур һәм Юлай Яҡуповтарҙы билдәләп үтергә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙар эске буятыу эштәрен башҡарҙы, йыуҙы. Хәҙер йылылыҡ бирергә генә ҡала – ҡаҙан һәм йылытыу батареялары монтажланған. Тағы ла һыу бырауларға кәрәк, – ти ул.
Мәсет төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн республика мосолмандары Диниә назаратының, район мосолмандар ойошмаһының, район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ҡыҙыл таҫма киҫелгәндән һуң, ҡунаҡтар һәм халыҡ мәсеткә тәүге төшкө намаҙға инде.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова