Мөбәрәк Рамаҙан айының һуңғы, ун алтынсы, ифтарында Башҡортостан Республикаһы Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин, шулай уҡ күрше район имамдары ҡатнашты.
Килгән ҡунаҡтарҙы изге Рамаҙан айы менән район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вадим Саҙиҡов ҡотланы. Ул сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте, уларҙың теләктәшлек һәм берҙәмлектә, ә иң мөһиме – бер-береһенә ярҙам итеп йәшәүҙәрен билдәләне.
Айнур хәҙрәт үҙенең вәғәздәрендә изге айҙа ҡылынған яҡшылыҡ ҡиммәттәренә иғтибар итте:
– Изге ураҙа айы көндәре – яҡшылыҡтар ҡылыр өсөн ҙур мөмкинселек аса. Шуның өсөн дә изге эштәрҙе ҙур теләк менән күберәк ҡылырға кәрәк. Тирә-яғығыҙға күҙ һалығыҙ – һеҙҙең янда һеҙ ярҙам итерҙәй, ярҙамға мохтаж кешеләр мотлаҡ бар. Фытыр саҙаҡаһы – был минималь күләм, шулай уҡ бер кем дә уның сиген билдәләмәгән.
Айнур Бирғәлин 30 йылдан ашыу Йонос ауылы мәсетендә ауылдаштарына иман нуры таратыу эшен намыҫлы башҡар-ған Әүхәҙи хәҙрәт Һаҙыевҡа Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ул 1889 йылда олатаһы тарафынан эшләнгән мәсеттә үҙ көсө менән дин нигеҙҙәрен уҡытыуҙы ойошторҙо. Әйткәндәй, программа Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына тап килә һәм ауылдағы ата-әсәләр балаларын мосолман дине нигеҙҙәрен үҙләштереү өсөн мәсеткә ебәрә.
Республика мөфтөйө Оло Ыҡтамаҡ дини ойошмаһына методик әҙәбиәт, брошюралар һәм башҡорт телендә Изге Ҡөрьән яҙылған аудиодиск тапшырҙы.
Ҡояш байығандан һуң аҙан әйтелде. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сөннәтенә ярашлы, ифтар финик емешенән ауыҙ итеү һәм һыу эсеүҙән башланды. Һуңынан мосолмандар киске намаҙға баҫты, аҙаҡтан аҙыҡ ҡабул итеүгә тотондо. Был көндә өҫтәл артында дуҫлыҡ, тыныслыҡ, ризалыҡ һәм изге күңелле күршеләр булыу хаҡында һүҙ барҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: район имам-хатибы Азамат Вәлиев инициативаһы менән асылған тәүге “Рамаҙан сатыры” Мәсетле районында матур йолаға әйләнеп, дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Ул, яңы коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, 2020 йылда кисектерелде, Рамаҙан айын район мосолмандары ғаиләһе менән уҙғарҙы. Тәүге тематик кисә исламда патриотизм темаһына һәм Юрис Сәфиуллин иҫтәлегенә бағышланды. Икенсе көндә – ғаҡиҡ тәртибе (мосолман ғаиләһендә бала тыуғас балаға ҡорбан салыу), өсөнсө көндә халыҡтар берҙәмлеге хаҡында һөйләштеләр.