Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Апрель 2021, 17:00

Изге эштәр

Изге Рамаҙан айында Мәсетле районы мосолмандары, Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешергә ынтылып, әжер-сауаптар өмөт итеп, ураҙа тота, изге эштәр башҡара.

17 апрелдә Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы “Ватан” хәйриә фонды Мәсетле мосолмандары менән берлектә, Оло Ыҡтамаҡ һәм Яңы Мөслим ауылдарында йәшәүсе мөмкинлектәре сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән 75 мохтаж ғаиләне ҡайғыртып, дистанцион хәйриә ифтары ойошторҙо. Ирекмәндәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, бирелгән адрестар буйынса әҙер былауҙар таратты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Мәсетле мосолмандарының был йүнәлештә эш тәжрибәһе бар. Уҙған йылда коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле килеп тыуған ҡатмарлы эпидемиологик хәл менән бәйле, Мәсетле районы мөхтәсибәте хәйриә акцияһы иғлан иткәйне. Уның сиктәрендә 16 дистанцион хәйриә ифтары башҡарҙы, 54 комплект аҙыҡ-түлек йыйылмаһын күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тапшырҙы, карантин иғлан ителеү сәбәпле, тышҡы донъя менән аралашыу мөмкинселеге булмаған табиптарға ҡайнар аш әҙерләне. Шулай уҡ район мосолмандары йөҙләгән мохтаж ғаиләгә фытыр саҙаҡаһы (аҙыҡ-түлек йыйылмаһы) таратты.
Аҙ тәьмин ителгән һәм сирлеләр өсөн ихлас күңел, саф ниәттәр менән күрһәтелгән изге эштәр уларҙың үҙҙәренә оло сауап булып ҡайтһын.