Сарала ҡатнашыусыларҙы Мәсетле районы имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев сәләмләне:
– Әлхәмдүллилаһ, бөгөн беҙҙең туғыҙ ҡатын-ҡыҙ шәкертебеҙ, уҡыуҙың бөтә этаптарын уңышлы үтеп, диплом алды. Ҡөрьәндең күп һанлы аяттары, пәйғәмбәр хәҙистәрендә әйтелгәнсә, исламдың тәүге өс йөҙ йылында йәшәгән диндарҙар әйтеүенсә, белем Аллаһ Тәғәләнең иң ҡиммәтле байлығы булып тора. Али ибн Әбу Талиб әйткән: “Белем иң ҙур байлыҡ: белем һине һаҡлай, ә байлыҡ һинең ҡурсалауыңа мохтаж, белем – бойороусы, ә байлыҡ уға буйһона, сығымдар байлыҡты кәметә, ә белем сығымдар киткән һайын арта”. Йәғни, белем алғас, уны таратырға ла кәрәк.
Имам-мөхтәсиб Ислам мәктәбен тамамлаусыларға ислам нигеҙҙәре, ислам әхлағы, ҡыҫҡа Ҡөрьән сүрәләре, хәҙистәрен башҡа мосолман ҡәрҙәштәренә өйрәтеү эшендә уңыштар теләне.
– Дини ғилем алыу маҡсаты менән мин БДПУ ойошторған курстарҙа бик теләп уҡыным. Курс эшен педагогия фәндәре докторы Венера Фәрит ҡыҙы Бәхтиәрова етәкләне. Был курстарҙа беҙ балаларға һәм өлкәндәргә дини тәрбиә биреү алымдары, эш тәжрибәһе менән таныштыҡ. Лекциялар күнекмәләр менән аралашып барҙы. Дини темаларға эш программалары төҙөнөк, оҫталыҡ дәрестәре булды, дини байрамдар үткәрергә, дөрөҫ итеп вәғәз әйтергә өйрәттеләр. Изге Ҡөрьәнде аңлатыусы хәҙистәр менән таныштыҡ. Бөгөнгө көндә Ҡөрьәнде һәм хәҙистәрҙе дөрөҫ итеп аңлар өсөн ғәрәп телен өйрәнеүҙе дауам итәм, – ти Ислам мәктәбен тамамлаусы Гөлназ Йәнтүрина (һүрәттә – уңдан өсөнсө).