Был көндө ауылдың уртаһында урынлашҡан яңы мәсет янына бик күп халыҡ йыйылды. Башта изге Ҡөрьән сүрәләре уҡылды. Ул ауыл өҫтөнә шифалы ямғыр булып түгелде. Башлап доға уҡығандан һуң, район етәксеһе Әнис Әсәҙуллин сығыш яһап, ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашты, изге эште атҡарып сығыуҙа ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәтен белдерҙе.
Ростов ауыл биләмәһе башлығы Ирек Ғәлимовтың, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадированың, райондың имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт Вәлиевтың, Әнис хәҙрәт Ҡазихановтың, Балаҡатай районынан, Свердловск өлкәһенән, районыбыҙ ауылдарынан килгән имамдарҙың һәм башҡаларҙың был иҫтәлекле көндә әйтер һүҙҙәре күп булды. Уларҙың барыһы ла мәсет асылған көндән алып унда илткән юлдан кеше өҙөлмәүен, ауылда иманлы кешеләр артыуын теләне, иман йорто рухи сафлыҡҡа, берҙәмлеккә өндәгән, халыҡты берләш¬тергән үҙәк булып торор тигән ышаныс белдерҙе.
Һүҙ ошо мәсетте төҙөтөүгә ҙур тырышлыҡ һалып, сауаплы эш башҡарыусы Фәниә Тәхәүетдиноваға һәм уның улдары Рәдим, Урал, Фуат һәм Динисҡа бирелде.
– Бынан биш ай элек кенә ошо урында тәүге аҙымдарҙы эшләгән булһаҡ, бөгөн килеп ошо сыйырсыҡ ояһылай мәсетебеҙҙең ишектәрен асып индек! Иншаллаһ! – тине Фәниә Илһам ҡыҙы. – Был мәсетте һалыуҙа ярҙам итеүселәрҙең географик киңлеге ҙур: Төмән, Өфө, Екатеринбург, Нефтеюганск, Первоуральск, Якутия, Биләнбай, Оло Ыҡтамаҡ яҡтарында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ, Теләш, Тәкә ауылдары халҡы, ауылдаштар үҙ өлөшөн индерҙе. Уларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Әйҙәгеҙ, ошо иман йортоноң ҡәҙерен беләйек!
Фәниә Илһам ҡыҙы Ишәлелә тыуып үҫкән. Уны тыуған ауылына яңы һулыш өрөүсе, тиҙәр. Сөнки уның башланғысы менән ауылда бик ҙур эштәр башҡарыла: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә стела ҡуйылды, “Ишәлем, Һоям – тыуған оям” байрамы ойошторолдо, клуб ремонтланды.
Зөфәр Әсмәндийәров ауылдың тарихына туҡталып китте,ҡасандыр районда ғына түгел, ә бөтә республикаға билдәле булған колхозы, кешеләре тураһында һөйләне.
Артабан райондың Азамат Вәлиев мәсетте һалыуҙа актив булғандарға Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты һәм Мәсетле районы мөхтәсибәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Уларға Зөлфиә Ғайсина, Люция Ғәниева, Әнис Ниғәмәтйәнов, Тәлғәт Ихсанов, Радик Вәлиев, Тимерғәзи Фәрхутдинов, Фәниә, Ралиф, Радим, Динис, Фуат һәм Урал Тәхәүетдиновтар, Венера Байрамғолова, Резеда һәм Ирек Ғәлимовтар, Гүзәл Әфризунова, Фәғил Хафизов, Илдар Ямалетдинов, Сәйфулла Гәрәев, Мәүлизә Әфризунова, Тәслимә Ширғакова һәм Гөлнара Хәтмуллина лайыҡ булды.
Өйлә намаҙын уҡығандан һуң ҡунаҡтар былауҙан, аштан, ауылдаштар бешереп алып килгән ризыҡтарҙан ауыҙ итте.