Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман
29 Март 2019, 11:05

Имамдар өсөн дәрестәр

Район Мәҙәниәт һарайында һәм “Наил-хажи” исемендәге мәсеттә 3 көн дауамында Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондары дин ойошмалары өсөн дини уҡыу- ҙар барҙы. Уны БР мосолмандары Диниә назараты һәм Мәсетле мөхтәсибәте ойошторҙо.


Абруйлы ҡунаҡтар менән район етәкселеге осрашты.


Семинарҙы рәсми асыуҙа Башҡорт-остан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, уның урынбаҫарҙары Руслан Сәйәхов менән Айнур Бирғәлин, БР Башлығы ҡарамағында дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе советнигы Руслан Ҡарамышев ҡатнашты.

Осрашыу барышында донъялағы иң боронғо һәм абруйлы дини университеттарҙың береһе булып торған “аль-Азхар” университетын тамамлаған Күгәрсен районы мөхтәсибе Рәсүл Яныбаев менән Бөрйән районы мөхтәсибе Рәсүл Мөхәмәтйәнов Әбү Хәниф мазһабы буйынса йолаларҙы үткәреү тәртибе, идеология мәктәптәренең барлыҡҡа килеүе, исламда донъяға ҡараш тураһында һөйләнеләр. Айнур Бирғәлин ислам диненә ҡағылышы булмаған ялған ағымдарға бәйле теманы күтәрҙе.

Һәр сығыштан һуң имамдарға һорау биреү мөмкинлеге булды. Күптәр дини ойошмаларға грант алыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.

– Бындай сараларҙың файҙаһы бик ҙур. Имамдарҙың барыһы ла квалификацияны арттырыу буйынса сертификаттар аласаҡ, – тип аңлатып үтте район имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт Вәлиев.

Дини сарала ҡатнашыусылар мәсет төҙөү эштәре башланған Әбдрәхим ауылына барҙы. Әлеге мәлдә мәсет өсөн нигеҙ һалынған һәм блоктан стеналары күтәртелгән. Ауылдың имам-хатибы Сәғит Таһиров әйтеүенсә, был эштәрҙе башҡарыуға алты көн киткән. Ауыл халҡы, ауылдан ситтә йәшәүселәр аҡсалата ярҙам күрһәткән.

Артабан Дыуан, Ҡыйғы, Салауат, Балаҡатай райондары вәкилдәре үҙ ойошмаларындағы тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар, изге эштә уңыштар теләнеләр, доға ҡылдылар.

Дин әһелдәре шулай уҡ “Ҡарағай” шифаханаһынан Әжекәй ауылы яғына сыҡҡанда Оло Ыҡтамаҡ – Екатеринбург трассаһында урынлашасаҡ ғибәҙәт бүлмәһе урынында булдылар. Мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин изге эште хуп-ланы һәм уның тиҙерәк мосолман юлсыларға хеҙмәт итә башлауын теләне.

Ислам дине белгестәре менән ара- лашҡан имамдар семинарҙан үҙ ауылдарына күп файҙалы мәғлүмәт туплап алып ҡайттылар һәм, һис шикһеҙ, уларҙы ауылдаштарына ла еткерәсәктәр.