Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Март 2025, 15:30

Ҙур бурыстар ҡуйҙыҡ

Радий Хәбиров: “2025 йылға маҡсат  – ыңғай динамиканы һаҡлау һәм инвестицияларҙың үҫешен тәьмин итеү”    

Ҙур бурыстар ҡуйҙыҡ
Ҙур бурыстар ҡуйҙыҡ

Башҡортостан инвестиция эшмәкәрлеге кимәле һәм үҫеш темптары буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә. Алдағы йылдарҙа республика етәкселеге төбәк иҡтисадына инвестициялар күләмен артабан арттырыуҙы өҫтөнлөклө маҡсат итеп ҡуйҙы.

Уҙған йыл уңышлы булды

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатмарлы тышҡы иҡтисади хәл һәм Рәсәйгә санкциялар баҫымы дауам иткән шарттарҙа Башҡортостанда инвестиция башланғыстары өсөн яңы перспективалар асылыуы, сәнәғәт ҡеүәте тормошҡа ашырылыуы һәм дуҫ илдәр менән төбәк-ара эш итеү үҫеше хаҡында “Интерфакс” агентлығына биргән әңгәмәһендә һөйләне.

– Уҙған йыл Башҡортостан өсөн ярайһы уҡ уңышлы булды. Республика, санкциялар баҫымы дауам итеүенә ҡарамаҫтан, макроиҡтисади һәм социаль тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡына ҡалмай, ә үҙенең эҙмә-эҙлекле үҫешен дауам итте.

Беҙҙең идара итеү командабыҙ “санкциялар ҡулдарҙы төшөрөүгә сәбәп түгел” тип иҫәпләй. Үҙ алдыбыҙға республика иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү буйынса ҙур бурыстар ҡуйҙыҡ. Потенциаль инвесторҙарыбыҙ Башҡортостандың Рәсәйҙең  инвестициялар йәлеп итеүсе иң һөҙөмтәле төбәк булыуына тулыһынса ышана ала. Бында әүҙем аҡса һалырға мөмкин һәм кәрәк.

Бынан тыш, хәҙер көнбайыш “уҙаҡташтар” бушатҡан урындарҙы тултырыу өсөн яҡшы мөмкинлек бар, – тип белдерҙе республика етәксеһе.

Ысынлап та, былтырғы һөҙөмтәләр хаҡында һөйләгәндә, республика инвестиция өлкәһендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. 2024 йылдың ғинуар-сентябрендә төп капиталға һалыуҙар күләме – 462,5 миллиард һум, үҫеш 24,7 процент тәшкил итеүе ошо хаҡта һөйләй. Торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү, ваҡлап һатыу әйләнеше, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләме буйынса ла Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбендә. Сәнәғәт етештереү индексы 105,4 процент тәшкил итә, был ил буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Сәнәғәттә төп тәьмин итеүсе булып эшкәртеү секторы торған, ул 8,1 процентҡа артҡан.

Эҙмә-эҙлекле рәүештә республикала агросәнәғәт комплексы яңыртыла. Ауыл хужалығы предприятиелары, былтыр һауа торошо насар булыуыға ҡарамаҫтан, 0,8 процентҡа үҫешкә өлгәшеп, 251,7 миллиард һумлыҡ продукция етештергән. Бынан тыш, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы 326,3 миллион долларға 632 мең тонна самаһы ауыл хужалығы тауарын экспортҡа сығарған.

 

Республика – төҙөлөштәр майҙаны

Республикала төҙөлөш эштәре бер ваҡытта ла туҡтаған юҡ, әммә заман яңы талаптар ҡуя.

– Хәҙер беҙҙең алда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу бурысы тора. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин маҡсат ҡуйҙы: 2030 йылға беҙ йылына дүрт миллион квадрат метр төҙөргә тейешбеҙ. Был мәсьәләне хәл итербеҙ, тип ышанам, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Республиканың төҙөлөш комплексы ысынлап та ҙур ҡеүәткә эйә. Төҙөлөш өлкәһендә үҫеш 8,2 процент тәшкил иткән, был күрһәткес Рәсәй буйынса – дүрт тапҡырға, Волга буйы федераль округы буйынса уртаса темптан ете тапҡырға күберәк. Төҙөлөш эштәре күләме 480 миллиард һумдан ашҡан. Былтыр беҙҙә 3,3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән. 122 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Уртаса торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешегә 30 квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән. Ташламалы категориялар иҫәбенән 7,3 мең кеше дәүләт ярҙамы алған, был маҡсатҡа бюджеттан 3,8 миллиард һум бүленгән.

Шул да иғтибарға лайыҡ – республикала етем балаларға торлаҡ биреү буйынса ла иң юғары һан күҙәтелгән – 1029. Быға тиклем бындай күрһәткес республика булмаған.

Былар барыһы ла төҙөлөш тармағының төбәк иҡтисадында иң мөһим һәм уңышлы тармаҡтарҙың береһе булыуын сағылдыра.

 

Социаль мәсьәләр – иғтибар үҙәгендә

– Беҙ республикала социаль өлкәне һәм социаль яҡлау системаһын нығытыу, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген һәм сифатын арттырыу аша демографияны яҡшыртыуға айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыуға бәйле мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итәбеҙ. Былтыр ғына 13 медицина учреждениеһы капиталь ремонтланған, ауылдарҙа 135 тиҙ төҙөлә торған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйылған, 4 100 берәмек медицина ҡорамалдары һәм 206 автомобиль һатып алынған, – тип һөйләне республика Башлығы.

Радий Хәбиров әңгәмә барышында Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге табиптары республика тарихында тәүге тапҡыр 10 йәшлек пациентҡа һөйәк мейеһе күсереп ултыртыуы тураһында ла һөйләне. Шулай уҡ йылына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ете мең балаға ярҙам күрһәтеүгә иҫәпләнгән күп функциялы “Салют” белем биреү-реабилитация комплексының, Өфөлә илдә аналогы булмаған Инсульт мониторингы үҙәге эшләй башлауы тураһында да әйтеп үтте.

– Үҙем өсөн, төбәк етәксеһе булараҡ, социаль өлкәләге эшебеҙҙең төп сифатын – ғүмер оҙонлоғон арттырыуҙы билдәләнем. Һаулыҡ һаҡлау, демография, ғаилә сәйәсәте өлкәләрендәге үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә был күрһәткес планлаштырылған рәүештә артасаҡ, тип көтәбеҙ. Ә Президент ҡушыуы буйынса 2030 йылға уртаса ғүмер оҙайлығы 78 йәшкә етергә тейеш.

Медицина ярҙамы республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла уңайлыраҡ һәм сифатлыраҡ булһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Быйыл бер нисә медицина учреждениеһының, шул иҫәптән беҙҙең кардиология үҙәгенең, шулай уҡ муниципалитеттарҙа бер нисә поликлиниканың яңы корпустарын асырға ниәтләйбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы.

2030 йылға тиклем Рәсәй Президенты ҡуйған маҡсаттарға һәм бурыстарға өлгәшеү беҙҙең өсөн төп йүнәлеш булып тора. Мәҫәлән, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын тормошҡа ашырыуға быйыл ете миллиард һум йүнәлтергә планлаштырылған. “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә перинаталь үҙәктәрҙе һәм бала табыу йорттарын медицина изделиелары менән йыһазландырыуға бер миллиард һум күләмендә финанслау ҡаралған.

 

2025 йылға бурыстар

– Мин һәр ваҡыт командама әйтәм: яңы йылдың тәүге минуттары менән былтырғы уңыштар нулгә төшә, ә бөтә етешһеҙлектәр икеләтә арта. Шуға күрә һөҙөмтәлелек планкаһын һәм төп үҫеш күрһәткестәрен тағы ла юғарыраҡ күтәрәбеҙ.

Тулайым төбәк продукты 2025 йыл йомғаҡтары буйынса өс триллион һумдан ашып китер, ә сәнәғәт етештереүсәнлеге индексы 105 проценттан кәм булмаҫ, тип көтәбеҙ. Торлаҡты сафҡа индереү күләмен кәмендә 3 миллион квадрат метр кимәлендә һаҡлап ҡалырға планлаштырабыҙ.

Иҡтисадтың инвестицион үҫеше сиктәрендә 2025 йылға маҡсат  – ыңғай динамиканы һаҡлау һәм инвестицияларҙың үҫешен тәьмин итеү. Был республика өсөн бығаса булмаған тарихи ҡаҙаныш буласаҡ, 800 миллиард һумлыҡ сиккә сығырға мөмкинлек бирәсәк, – ти иҫәпләй Радий Хәбиров.

Етәксе белдереүенсә, транспорт инфраструктураһын артабан үҫтереү өсөн яңы күперҙәр төҙөүгә федераль аҡса йәлеп ителәсәк. Стәрлетамаҡты урап үткән Р-240 юлы участкаһында капиталь ремонт башлана. Татарстан сигенән Пермь крайына тиклем М-12 автомобиль юлы участкаһын төҙөү дауам ителәсәк. Бынан тыш, уңайлы мөхитте тәьмин итеү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү өлкәһендә башланған проекттарҙы тамамлаясаҡтар, яңыларын тормошҡа ашыра башлаясаҡтар.

 

Санкциялар беҙгә кәртә түгел

– Беҙ был үҫеште юғары һорау, сит ил компаниялары биләгән баҙар бушлыҡтарын үҙләштереү һәм яңы заказдар ағымы менән бәйләйбеҙ.

Санкциялар менән бәйле тышҡы сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, республика етештереүселәре тиҙ яраҡлаша, Рәсәй етештереүселәре һәм дуҫ илдәрҙән уҙаҡташтар менән яңы кооперация сылбырын булдыра, яңы һатыу баҙарҙары аса, – ти Радий Хәбиров.

Башҡортостан – Рәсәйҙең ҙур, бай төбәктәренең береһе. Шуға ла республиканың бар тармаҡтарҙы ла үҫтереү мөмкинлеге бар һәм уны беҙҙекеләр уңышлы тормошҡа ашыра. Әле сәнәғәтселәребеҙ сит ил тауарын алмаштырып, етештереүҙе үҙгәртеп ҡороу менән дә уңышлы шөғөлләнеүен дауам итә. Мәҫәлән, үҙ көсө менән башҡарылған эштәр һәм хеҙмәттәр күләме 2024 йылда 2,78 триллион һум тәшкил иткән – былтырғы менән сағыштырғанда 16,1 процентҡа артҡан.

Башлыҡ белдереүенсә, беҙҙең предприятиелар кластерҙар, индустриаль парктар һәм технопарктар резиденттары булып китә, дәүләт ярҙамы саралары менән файҙаланыу мөмкинлеге ала.

Быйыл “Башҡортостан Республикаһында сәнәғәтте үҫтереү һәм уның көнәркәшлек һәләтен күтәреү” программаһы буйынса сараларҙы финанслау күләме 620 миллион һумдан ашасаҡ.

– Беҙҙең еңел сәнәғәт өсөн сеймал һәм материалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға, шулай уҡ уҙған йыл кимәлендә 126 миллион һум күләмендә яңы производство ҡорамалдары һатып алыуға төбәк бюджетынан субсидия ҡаралды. 2024 йылда 55 предприятие ошондай субсидия алды. Һөҙөмтәлә – тейәп оҙатылған тауар күләменең артыуы. 2023 йылда тармаҡ баҙарға - 16,9 миллиард һумлыҡ, ә 2024 йылда 18,4 миллиард һумлыҡ тауар сығара, – тип уртаҡлашты республика етәксеһе.

Мәғлүм булыуынса, республика балалар тауарҙары, техник реабилитация саралары һәм реабилитация ҡорамалдары, пилотһыҙ авиация системалары етештереүселәренә, шулай уҡ урман сәнәғәтселәренә һәм газ тултырыу станциялары төҙөү менән шөғөлләнеүселәргә ярҙам саралары әҙерләгән. Уларға ихтыяж бар.

 

“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”

“Интерфакс” менән әңгәмә барышында сәнәғәт производствоһында ғәмәлдәге предприятиелар менән бер нисә проблемалы мәлгә ҡағылышлы һорау ҙа булды. Улар буйынса ла Радий Фәрит улы ентекле яуап бирҙе.

– Башҡортостанда беҙ һәр ваҡыт “үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” принцибы буйынса йәшәйбеҙ. Мәҫәлән, төбәктең алдынғы нефть сервисы предприятиеларының береһе менән хәлде алайыҡ. 2022 йылдан алып төп проблема – эш хаҡы буйынса ҙур бурыс йыйылған. Предприятие етәкселеге менән тейешле юл картаһын әҙерләнек. 2024 йылдың июлендә эш хаҡы буйынса бурыс тулыһынса ҡапланды. Хәҙер 2024 – 2029 йылдарға саралар планын тормошҡа ашырабыҙ, ул бюджетҡа бурысты ҡаплауҙы, ағымдағы һалым түләүҙәрен һәм башҡа кредиторҙарға билдәләнгән график буйынса бурыстарҙы түләүҙе күҙ уңында тота. Предприятие яңы заказдар портфелен булдырыу һәм килемде арттырыу менән әүҙем шөғөлләнә, – тине Радий Хәбиров.

 

Беларусь менән дуҫлыҡ ептәре нығына

Башҡортостан менән Беларусь араһында хеҙмәттәшлек нығынғандан нығына бара. Яңыраҡ Башҡортостан делегацияһы туғандаш республикала булып, был өлкәлә яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеп ҡайтты.  

– Беларусь менән эшлекле генә түгел, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре лә бар, был хаҡта мин һәр ваҡыт һөйләйем. Был беҙҙең төптышҡы иҡтисади уҙаҡташыбыҙ, һәм ул йылдан-йыл яҡыная бара. Сәнәғәт кооперацияһы, социаль һәм мәҙәни башланғыстар нигеҙендә яңы проекттар барлыҡҡа килә. Беҙҙә ил президенты Александр Григорьевич Лукашенко, уның идара итеү командаһы менән иң яҡшы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килде. Беларустың “Амкодор” холдингы менән байтаҡ проекттар алып барабыҙ, быйыл Өфө эргәһендә “Амкодор-Алға” төҙөлөш һәм юл техникаһы етештереү заводы төҙөлә башлай.

Беҙ Рәсәй – Беларусь инвестиция кластерын ойоштороу буйынса юл картаһына ҡул ҡуйҙыҡ. Беларусь президенты шулай уҡ республикабыҙҙа сервис үҙәктәре селтәрен үҫтерергә тәҡдим итте, – тине Радий Хәбиров ике республика дуҫлығы тураһында.

Башлыҡ белдереүенсә, Минск автомобиль заводы һәм Өфө трамвай-троллейбус заводының “Горожанин” маркалы түбән иҙәнле троллейбустар етештереү буйынса берлектәге проекты үҙен уңышлы күрһәтә. Өфөнөң трамвай паркын яңыртыу сиктәрендә "Белкоммунмаш" заводы менән үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәрен өйрәнәләр.

Беларусь аҙыҡ-түлек тауарҙары күптән республика халҡының һөйөүен яуланы. Республикала Беларусь тауарҙарының махсуслаштырылған күмәртә-бүлеү үҙәген төҙөүҙе планлаштырыла. Өфөлә “Да Дому” беларусь тауарҙары магазинын асыу өҫтөндә лә эш алып барыла, тип етәксе.

Берлектәге эштең мөһим йүнәлештәре иҫәбендә – гуманитар хеҙмәттәшлекте һәм туристик хеҙмәттәшлек. “Башҡорт – Беларусь оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса 3,5 мең самаһы кеше туғандаш илгә барған, 2025 йылға йәнә 1,5 мең кешене йәлеп итеү өсөн аҡса бүленгән. Шулай уҡ быйыл проектты “Мәктәп туризмы” программаһы менән тулыландырыласаҡ. Март айынан Өфө – Минск маршруты буйынса ике парлы авиарейс йөрөй башлаясаҡ.

– Өфөлә Беларусь Республикаһының Генераль консуллығын асырға ниәтләйбеҙ. Гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендәге тағы бер йүнәлеш – Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашыу, – тине Радий Фәрит улы.

 

40-тан ашыу төбәк ярҙам саралары ғәмәлдә

Башҡортостан махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙамы, төбәктең тәжрибәһе һәм пландары тураһында республикала ғына түгел, ә Рәсәйҙә лә яҡшы билдәле.

– Махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән яугирҙәребеҙ, уларҙың туғандары һәм яҡындары өсөн республика һәр ваҡыт ныҡлы һәм ышаныслы тыл, уларҙың таянысы һәм ярҙамы булды һәм буласаҡ. Власть органдары, муниципалитеттар Ватанды һаҡлау буйынса үҙ бурысын ҡорал менән үтәгән яугирҙәргә ярҙам итеү, уларҙың ғаиләләрен йылылыҡ һәм хәстәрлек менән уратып алыу өсөн бөтә көсөн һала, – тине республика Башлығы.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда 40-тан ашыу төбәк ярҙам саралары ғәмәлдә. Улар мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү, мәшғүллек, торлаҡ һәм транспорт өлкәләрен үҙ эсенә ала. 2024 йылда был өҫтөнлөклө бурысты тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 13,4 миллиард һум йүнәлтелде.

Башҡортостандан хәрби операцияла ҡатнашыусылар шифахана – курорттарҙа дауалана, уларға консультация һәм психологик ярҙам күрһәтелә. 2024 йылда ғына төбәк шифаханаларында 3,5 мең самаһы кеше, ә туғандары менән бергә биш меңдән ашыу кеше дауаланған. Ярҙамдың мөһим өлөшө – яраланғандан һуң өйҙәренә ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе медицина реабилитацияһы. Был ярҙам менән меңгә яҡын кеше файҙалана.

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына айырым иғтибар бирелә. Мәҫәлән, һигеҙ меңгә яҡын уҡыусы һәм колледж студенттары бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. Шифахана-курорт дауалауын 3 меңдән ашыу бала үткән. Яугирҙәрҙең балалары һауыҡтырыу лагерҙарында ял итә.

Был эштә бөтә республика, йәмәғәт ойошмалары, коммерция структуралары, күренекле фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, үҙҙәре ветерандар, уларҙың яҡындары һәм битараф булмаған кешеләр ҡатнаша.

– Был йылды Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан иттек. Хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн белеү һәм иҫтә тотоу мөһим, беҙ уларҙың ғаиләләрен хәстәрлек күрһәтергә, уларға ныҡлы яурыныбыҙҙы ҡуйырға әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров.

 

2025 йыл – үҙенсәлекле

Рәсәй журналисы менән һөйләшеү барышында республика етәксеһенә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләүгә ҡағылышлы һорау ҙа булды.

– Ысынлап та, быйылғы 2025 йыл – үҙенсәлекле. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын бөтә ил менән билдәләйәсәкбеҙ. Башҡортостанда тарихи ваҡиғаларҙың иҫтәлекле даталарына арналған тиҫтәләгән сараларҙы үҙ эсенә алған тейешле план әҙерләнде.

Юбилей датаһына Булат Йосоповтың “Фәрзәнә көнбайышҡа бара” хәрби-патриотик фильмының премьераһын әҙерләйбеҙ. Уның сюжеты нигеҙендә Башҡорт АССР-ының немец-фашист илбаҫарҙарынан азат ителгән Совет Украинаһы райондарына гуманитар миссияһы тарихы ята. Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы “Генерал Шайморатов” исемле тулы метражлы анимация фильмын төшөрөү өҫтөндә эшләй, – тине Радий Хәбиров.

Етәксе белдереүенсә, театрҙар, концерт-театр ойошмалары һәм республиканың алдынғы коллективтары яңы концерт программаларын, постановкаларҙы һәм театр премьераларын булдыра. “Геройҙар ваҡыты” патриотик йыр конкурсы, “Хәтер вахтаһы”, “Хәтер шәме”, “Үлемһеҙ полк” акциялары, “Хәтер баҡсаһы” экологик проекты һәм башҡа бик күп саралар уҙасаҡ.

– Әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәйкәлдәрен, обелисктарын, мемориалдарын һәм ҡәберлектәрен төҙөкләндереү менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Байрам көндәре алдынан традицион Хәтер һәм хөрмәт көнөн үткәрәсәкбеҙ. Төп саралар 9 майҙа – тантаналы парад, йыйылыш, байрам концерты һәм мемориалдарға сәскәләр һалыу, – тип уҙғарыласаҡ ваҡиғалар тураһында лы әйтеп үтте республика етәксеһе.

Башҡортостан – уникаль төбәк

Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, республикала йыл әйләнәһенә ял итеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙылыған.

– Тыуҙырыусы Башҡортостанға үҙенсәлекле тәбиғәт байлыҡтарын бүләк иткән. Беҙҙә тауҙар һәм дала киңлектәре, ҡуйы урмандар һәм тәрән мәмерйәләр, тиҙ ағыусы йылғалар һәм матур күлдәр бар.

Тәбиғәт парктарын үҫтерәбеҙ, тәбиғәтте яратыусылар, ғаилә менән ял итеү, ваҡиғалар туризмы өсөн шарттар булдырабыҙ. Бөтә Рәсәйҙәнбеҙгә ҡунаҡтар килә, шул иҫәптән “Башҡорт аты”, “Әйҙә, уйнарға!”, “Китап-байрамы” Халыҡ-ара китап йәрминкәһе.

Республикабыҙҙа йыл әйләнәһенә уңайлы һәм рәхәтләнеп ял итергә мөмкин. Шуға күрә хәҙер инфраструктураны әүҙем үҫтерәбеҙ. Туристарҙы120-нән ашыу глэмпинг һәм кемпинг ҡабул итергә әҙер, ә 2020 йылда уларҙың һаны ни бары биш була.

Алдағы бурыстар иҫәбендә – “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктары инфраструктураһын үҫтереү, Шишмә районындағы Тура хан мавзолейы янында Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөү. Яңы маршруттар, автомобиль туризмын үҫтереү төбәк программаһын әҙерләйбеҙ, пакетлы турҙар әҙерләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Ғөмүмән, республика етәкселеге алдына ҡуйған маҡсаттарҙы эҙмә-эҙлекле ғәмәләгә ашырыуын дауам итә. Әлбиттә, махсус хәрби операция барған ваҡытта эшләүе еңелдән түгел, әммә тормош дауам итә һәм Башҡортостан да үҫә, алға бара, бик ҙур проекттар тормошҡа ашырыла. Берҙәм һәм бергә булайыҡ!

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Рәмилә Мусина
 
Автор: