Мәсетле тормошо
+2 °С
Облачно
Иҡтисад
21 Октября 2024, 11:10

Республика агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортын арттыра

Башҡортостан вице-премьеры — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе.

Республика агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортын арттыраРеспублика агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортын арттыра
Республика агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортын арттыра

— Санкцияларға ҡарамаҫтан, Башҡортостан үҙ продукцияһын донъяның 44 иленә оҙата. Әле традицион партнерҙар менән эш алып барыла, экспорт өсөн яңы баҙарҙар үҙләштерелә, — тип хәбәр итте Фәзрахманов.

2023 йылда республиканан тышҡы баҙарға яҡынса 328 миллион долларға 730 мең тоннанан ашыу ауыл хужалығы продукцияһы оҙатылған, был иһә уҙған йылғы кимәлдән 12% күберәк, тип өҫтәне ул.

Быйыл агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты күрһәткесен 331,7 миллион долларға тиклем арттырыу күҙаллана.

— Ағымдағы йылдың 6 октябренә республика 460 мең тоннанан ашыу агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа сығарған (220 миллион доллар). Шуның 67% ашыуы май тармағы продукцияһына тура килә, — тип билдәләне ауыл хужалығы ведомствоһы етәксеһе. — Бөгөн беҙҙең алда 2030 йылға экспортты 651,2 миллион долларға тиклем еткереү йәғни ике тапҡырға арттырыу маҡсаты тора.

Фото
 
Автор: