Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Сентябрь , 16:30

Республикала уңыш йыйыу тамамланып килә

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 85% майҙанда йыйып алынған (1,254 миллион гектар), тип хәбәр итте вице-премьер — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов.

Республикала уңыш йыйыу тамамланып килә
Республикала уңыш йыйыу тамамланып килә

Республиканың 23 районында игендең – 90% ашыуы, 25 районында 70% күберәге йыйылған.

Ашлыҡтың тулайым төшөмө 2,65 миллион тоннанан ашыу тәшкил иткән, уртаса уңыш — гектарынан 21,5 центнер (былтыр 19 центнер).

Ғөмүмән, быйыл урып йыйыу майҙандары — 2 миллион гектарҙан ашыу, улар иҫәбендә — 1,47 миллион гектар бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар. Шуның 1,171 миллион гектарын — яҙғы, 298 мең гектарын ужым культуралары биләй.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында белдереүҙәренсә, быйыл игендә 3-3,2 миллион тонна уңыш көтөлә.

Фото:Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
 
Автор:Элина Әхмәтова
 
Автор: