-4 °С
Болотло
Бөгөнгә 200 мең гектарҙан ашыу майҙанда уңыш йыйып алынған (10%), иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 250 мең гектарҙа сабылған (15%). Тулайым йыйым 670 мең тонна иген тәшкил иткән, уңыш – гектарынан 28 центнер, ужым культуралары – гектарынан 30 центнерҙан ашыу.
Мал аҙығы культуралары майҙандарының 60% сабылған, сенаж буйынса план – 93%, бесән 55% үтәлгән. Шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу башланған. 27 августа – Раевка, 10 сентябрҙә иһә Шишмә шәкәр заводтары эшләй башлай. Уларҙың һәр береһе 1 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртә ала.
Фото:Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы