Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Май , 15:00

Сибай «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйын асырға әҙер

Бөгөн Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2024» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды.    

Сибай «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйын асырға әҙер
Сибай «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйын асырға әҙер

Рәсәйҙең ҙур форумына тиҫтәнән ашыу яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән делегациялар йыйылды, улар иҫәбендә Беларусь, Ҡытай, Төркиә, Иран һәм Үзбәкстан да бар. Инвестиция һабантуйы дәүләт власть органдары һәм бизнес-берләшмә вәкилдәрен, эксперттарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән инвесторҙарҙы берләштерәсәк.

Эшлекле программаға ярашлы, өс көнгә 20-нән ашыу секция, панель дискуссиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, бизнес-иртәлектәр, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу планлаштырылған. Форумдың төп ваҡиғаһы булып «INNOREGION: 2030 йылға тиклемге стратегия. Инструменттар - ресурстар - партнерҙар»24 май һәм «Донъя. Иғтибар үҙәгендә - Рәсәй!» 25 май. Тип аталған пленар  кәңәшмә тора.

Бөгөн, 24 майҙа, бизнес-шерифтарҙең III «Бизнес һәм власть. Һөҙөмтәле төбәк менән партнерлыҡта көслө эшҡыуар» форумы үтә. Унда Рәсәй төбәктәренән, Үзбәкстандан һәм Белоруссиянан ҡатнашыусылар йыйыла. Дәүләт һәм бизнестың үҙ-ара килешеп эш итеүе өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ бәләкәй бизнестағы хәлде анализлау, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү мәсьәләләре уның төп темаһы буласаҡ.

24 һәм 25 майҙа «Урал аръяғы» майҙансығында «Спортсы менән иртәнге зарядка» ҡаралған. Бөгөн, 24 майҙа, Сибайҙың үҙәк ҡала майҙанында ул Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты, Рәсәй һәм Америка спортсылары, ике тапҡыр еңеүсе булған Донъя джиу-джитсу буйынса донъя чемпионы Джефф Монсон менән үтте.

Ғәҙәттәгесә, ҙур форум 26 майҙа һабантуй менән тамамлана. Быйыл ул Әбйәлил районында үтәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал аръяғы-2024»VI  Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ойоштороусылар булып Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай. Иҡтисади форумда шулай уҡ федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил компаниялары вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ.

Фото: forum-zauralye.com.

Автор: