Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Октябрь 2023, 12:25

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың эш хаҡы арттырылды

2023 йылдың октябренән махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың эш хаҡы арта. 1 октябрҙән индексация булды, шуны иҫәпкә алып, хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға кәмендә 210 мең һум түләнә, тип хәбәр итә «Красная звезда» гәзите Рәсәй оборона министры урынбаҫары Татьяна Шевцоваға һылтан менән.

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың эш хаҡы арттырылды
Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың эш хаҡы арттырылды

Шулай уҡ хәрби пенсионерҙарҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын пенсия менән тәьмин итеү кимәлен күтәреү өсөн 2023 йылда хәрби пенсиялар 10,5 процентҡа индексацияланды.

Республикала йәшәүселәр контракт төҙөүгә бәйле һорауҙар менән берҙәм белешмәгә 177, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19, «Минең документтарым» күп функциялы үҙәгенең иң яҡын офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарығыҙға яуаптарҙы башбат.рф сайтында, Телеграм-каналдағы чат-боттарҙа табырға мөмкин.

Автор: