Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Октябрь 2023, 14:05

Радий Хәбиров Андрей Назаровҡа «Амкодор» заводы төҙөү идеяһы өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровҡа Белоруссияның «Амкодор» холдингының иген таҙартыу-киптереү комплекстарын етештереү заводын төҙөү идеяһы һәм уның 9 ай эсендә ғәмәлгә ашырылыуы өсөн рәхмәт әйтте.

Радий Хәбиров Андрей Назаровҡа «Амкодор» заводы төҙөү идеяһы өсөн рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров Андрей Назаровҡа «Амкодор» заводы төҙөү идеяһы өсөн рәхмәт белдерҙе

«Беҙ уны 9 айҙа төҙөргә һүҙ биргәйнек, бына хәҙер завод эшләй, продукция сығара. Бер йылдан республикала 41 мең квадрат метр майҙанда бульдозерҙар, экскаваторҙар, грейдерҙар етештереү заводын төҙөргә вәғәҙә итәләр. Әгәр был тормошҡа ашһа, яҡшы булыр ине. Һәр ваҡыт республиканың машиналар эшләү тармағында ошондай компетенциялар булыуы хаҡында хыялландым», - тине Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 10 октябрҙә Башҡортостанда Беларусь менән берлектә яңы предприятие - «Амкодор» заводы асылыуы тураһында хәбәр иткәйне.

Фото:Валерий Шахов

Радий Хәбиров Андрей Назаровҡа «Амкодор» заводы төҙөү идеяһы өсөн рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров Андрей Назаровҡа «Амкодор» заводы төҙөү идеяһы өсөн рәхмәт белдерҙе
Автор: