Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Апрель 2023, 11:00

Аҡса мәсьәләләре буйынса бәхәс булһа...

Башҡортостандың күп функциялы үҙәге аша финанс буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилгә мөрәжәғәт итеп, аҡса мәсьәләләре буйынса бәхәстәрен яйға һалырға мөмкин.    

Аҡса мәсьәләләре буйынса бәхәс булһа...
Аҡса мәсьәләләре буйынса бәхәс булһа...

Граждандар менән финанс учреждениелары араһында бәхәс килеп тыуһа, финанстар буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил ярҙамы кәрәк булыуы ихтимал. Белгес мәсьәләне хәл итергә һәм судҡа тиклем еткерергә ярҙам итәсәк.

Граждандар страховкалау компанияһы, банк, микрофинанслау ойошмаһы, кредит ҡулланыусылар кооперативы, дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды, ломбардҡа ҡағылышлы мөрәжәғәттәрен ебәрә ала.

Бәхәстең финанс буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил тарафынан рәсми сайтта ҡаралырға тейешме-юҡмы икәнлеген тикшерергә мөмкин.

Мөрәжәғәт ебәреү өсөн Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгенә ҡабул итеүгә яҙылырға кәрәк. Мөрәжәғәтте ҡарау ваҡыты - 15 эш көнө. Финанс буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил власть органдарынан, ойошмаларҙан һәм чиновниктарҙан бойондороҡһоҙ эш итә ала.

Фотолар Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
 
Аҡса мәсьәләләре буйынса бәхәс булһа...
Аҡса мәсьәләләре буйынса бәхәс булһа...
Автор: