Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Декабрь 2022, 16:10

Радий Хәбиров Башҡортостан энергетиктарын һөнәри байрамы менән ҡотланы

«Башҡортостанда энергетика өлкәһендә 25 меңдән ашыу кеше эшләй, ә ҡатнаш тармаҡтарҙы, туранан-тура энергетикаға бәйле тармаҡтарҙы иҫәпкә алғанда, — 50 мең. Ошо ҙур команданы Энергетиктар көнө менән ҡотлайым», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Радий Хәбиров Башҡортостан энергетиктарын һөнәри байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан энергетиктарын һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республиканың энергосистемаһы — илдә иң үҫешкәндәрҙең береһе, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Артабан да ҡеүәтте арттырырбыҙ, электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү тураһында хәстәрлек күрербеҙ — был сәнәғәтебеҙҙең үҫеш нигеҙе, халыҡтың йәшәү сифаты, уларҙың йорттарында уңайлы шарттар. Республикабыҙҙың ышаныслы партнерҙарына — «Интер РАО» һәм «Система» компанияларына хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерәм. Пландар ҙур. Электр станцияларының энергия ҡорамалдарын яңыртырбыҙ, яңы ярҙамсы станциялар төҙөрбөҙ. Электр селтәрҙәрен һуҙыуҙы дауам итербеҙ. Урал аръяғын энергия менән тәьмин итеү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә, гидроэнергетикала үҫеш пландарын ғәмәлгә ашырырға тейешбеҙ. Энергетиктарҙың барыһын да һөнәри байрамы менән ҡотлайым! Уларға һәм ғаиләләренә һаулыҡ теләйем».

Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
 
Радий Хәбиров Башҡортостан энергетиктарын һөнәри байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан энергетиктарын һөнәри байрамы менән ҡотланы
Автор: