Форумда ҡатнашыусыларҙы өс тематик көн көтә:
- 14 декабрҙә - Технологик үҫеш
- 15 декабрҙә - ШОС
- 16 декабрь - Рәсәй иҡтисади өҫтөнлөктәренең яңы формаһы.
Форумдың көн тәртибендә – Инвестициялар һәм үҫеш агентлыҡтары милли ассоциацияһының съезы, сәнәғәт кластерҙары һәм сәнәғәт парктары ярҙамында сәнәғәттәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, «Өфө диалогы» халыҡ-ара фекер алышыу майҙансығының беренсе съезы.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығында 55 килешеү төҙөү күҙаллана, шуларҙың 25-е инвестицияға ҡағыла. Ошо килешеүҙәр сиктәрендә 1,5 мең яңы эш урыны булдырыу, фәнгә һәм технологияларға, мәктәптәр һәм агрокомплекстар төҙөлөшөнә, полимерҙар етештереүгә, логистик үҙәктәр булдырыуға һәм юл яны сервисын яңыртыуға инвестициялар һалыу планлаштырыла.