Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Декабрь 2022, 10:15

Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ай һайын махсус өҫтәмәләр түләнә башлай

Вице-премьер Татьяна Голикова Хөкүмәт тәҡдиме буйынса Рәсәй президенты Владимир Путиндың 2023 йылдың 1 ғинуарынан медицина хеҙмәткәрҙәренә махсус өҫтәмә билдәләү тураһында ҡарар ҡабул итеүен хәбәр итте. Ошо маҡсатҡа 2023 йылда 152,4 миллиард һум ҡаралған.

Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ай һайын махсус өҫтәмәләр түләнә башлай
Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ай һайын махсус өҫтәмәләр түләнә башлай

Ай һайын үҙәк район һәм район дауаханалары табиптарына – 18,5 мең һум, беренсел звено табиптарына – 14,5 мең һум, ашығыс медицина ярҙамы табиптарына 11,5 мең һум өҫтәмә түләнә башлай.

Үҙәк район һәм район дауаханаларының урта медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн айлыҡ өҫтәмә – 8 мең һум, поликлиникаларҙың, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының, табип амбулаторияларының урта медицина хеҙмәткәрҙәренә – 6,5 мең һум, ашығыс медицина ярҙамы фельдшерҙары һәм шәфҡәт туташтарына – 7 мең һум, беренсел звено үҙәк район дауаханаларының кесе медицина хеҙмәткәрҙәренә 4 мең һум була. Саҡырыуҙар ҡабул иткән ашығыс медицина ярҙамы фельдшерҙарына 4,5 мең һум өҫтәмә түләнә.

«Беҙ 379 мең табипҡа, 725 мең – урта, 65 меңдән ашыу кесе медицина хеҙмәткәренә өҫтәмә аҡса түләүҙе күҙ уңында тотабыҙ», – тине Татьяна Голикова.

Фото:Ксения Калинина

Автор: