Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2022, 14:15

Республикала яңы йыл каникулдарында хәмер һатыу сикләнә

Башҡортостанда 2023 йылда алкоголь һатыуға сикләү ғәмәлдә булған көндәр билдәләнде. Ҡануни йәһәттән нығытылған режим яңы йыл каникулдарында хәмер һатыуҙы сикләй:

Республикала яңы йыл каникулдарында хәмер һатыу сикләнә
Республикала яңы йыл каникулдарында хәмер һатыу сикләнә

— 3, 4 һәм 5 ғинуарҙа — киске сәғәт 5-тән икенсе көндөң иртәһенә (сәғәт 10-ға) тиклем;

— 6 ғинуарҙа — урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 5-тән төнгө 11-гә ҡәҙәр.

Башҡа көндәрҙә ғәҙәти тәртиптә — иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем һатыла.

«Законда ҡаралған сикләү йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь һатыуға ҡағылмай — был көндәрҙә кафеларҙа, ресторандарҙа хәмер һатырға мөмкин», — тип хәбәр иттеләр Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2021 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары яңы йыл каникулдарында алкоголь продукцияһын һатыу режимына үҙгәрештәр индергән закон ҡабул итте. 3 ғинуарҙа республикала ғәмәлдә булған алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу бөтөрөлдө. Бынан тыш, 4 ғинуарҙан 6-на хәтлем һатыу ваҡыты оҙайтылды.

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-12-08/respublikala-ya-y-yyl-kanikuldarynda-h-mer-atyu-sikl-n-3062660 

Автор: