Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Октябрь 2021, 11:00

БР Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы указға сираттағы өҫтәмәләр индерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға сираттағы өҫтәмәләрҙе раҫланы. Уға ярашлы, 65 йәштән өлкәндәргә һәм хроник сирҙәргә дусар булыусыларға 13 октябрҙән алып мәжбүри үҙҡурсалау режимы индерелә.  

БР Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы указға сираттағы өҫтәмәләр индерҙе
БР Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы указға сираттағы өҫтәмәләр индерҙе

 Был граждандар аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу, медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итеү (быға COVID-2019-ға ҡаршы вакцина үтеү ҙә инә), банктарға, элемтә салондарына, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә, дачаларға, ҡала ситендәге йорттарға һәм зыяраттарға барыу өсөн иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө сәғәт 1-гә тиклем ваҡыт менән файҙалана ала.  

COVID-2019-ға ҡаршы вакцина ҡаҙатыу тураһында “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша алынған электрон йәки ҡағыҙ сертификат, алты ай дауамында коронавирус менән сирләү тураһында белешмәһе булыусыларға был сикләүҙәр ҡағылмай.  Үҙҡурсалау режимы эш урынында мотлаҡ булыу талап ителгән һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә, власть органдарында эшләүселәргә, етәкселәргә ҡағылмай. Уларҙа үҙҙәре менән паспорттары һәм указға өҫтәмәләге форма буйынса белешмәһе булырға тейеш. Эш биреүселәр 13 октябрҙән алып 65 йәштән өлкән һәм хроник сирҙәре булған хеҙмәткәрҙәрҙе ситтән тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим ителә.  

Муниципалитеттар үҙҡурсалау режимында булыусыларға, инвалидтарға, һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, яңғыҙ йәшәүселәргә ярҙам итә торған ирекмәндәр төркөмдәре булдырырға һәм эшмәкәрлеген тәьмин итергә тейеш. Уларҙың эше Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булдырған Координациялау үҙәге менән йәнәшә барырға тейеш.

Фото

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
 
Автор:Лариса Михалькова