Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Сентябрь 2021, 10:00

Башҡортостанға 3-7 йәшлек балалары булған ғаиләләргә түләүҙәр өсөн өҫтәмә рәүештә 1,6 миллиард бүленә

Рәсәй төбәктәренә өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр өсөн 21,5 миллиард һум йүнәлтелә. Башҡортостан программаға 1,66 миллиард һум алырға тейеш. Тейешле бойороҡҡа Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанға 3-7 йәшлек балалары булған ғаиләләргә түләүҙәр өсөн өҫтәмә рәүештә 1,6 миллиард бүленә
Башҡортостанға 3-7 йәшлек балалары булған ғаиләләргә түләүҙәр өсөн өҫтәмә рәүештә 1,6 миллиард бүленә

2021 йылда ошо ярҙам сараһына 254 миллиард һум йүнәлтелгәйне. 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ түләүҙәр 2020 йылда Президент указы менән индерелде. Улар түбән килемле ғаиләләргә бирелә. Һуңынан дәүләт башлығы бындай ярҙамды киңәйтергә ҡушты. Хәҙер, ғаиләләге хәлгә ҡарамаҫтан, уларҙың күләме балаға төбәк йәшәү минимумынан 50% ҡына түгел, ә 75% ла, 100% ла етеүе ихтимал.

«Ошондай адреслы ярҙам бала тәрбиәләгән ата-әсәләр өсөн мөһим, айырыуса әгәр матди ҡыйынлыҡтар булһа», – тип билдәләне Михаил Мишустин Хөкүмәт ултырышында, тип хәбәр итте матбуғат хеҙмәте.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: түләүҙәр
 
 
Автор:Лариса Михалькова