Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Август 2021, 16:00

Президент Путин хәрбиҙәргә һәм тәртип һаҡсыларына 15-әр мең һум түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Президент Владимир Путин хәрбиҙәргә һәм тәртип һаҡсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Сентябрҙә уларға 15-әр мең һум аҡса күсерелә. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Президент Путин хәрбиҙәргә һәм тәртип һаҡсыларына 15-әр мең һум түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Президент Путин хәрбиҙәргә һәм тәртип һаҡсыларына 15-әр мең һум түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Указға ярашлы, 2021 йылдың 31 авгусына хәрби хеҙмәткәр тип һаналғандарға сентябрҙә аҡса түләнергә тейеш.

Аҡса контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә; хәрби белем биреү ойошмалары курсанттарына; прокурорҙарға; Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренә; эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә; енәйәт-яза башҡарыу системаһы органдары хеҙмәткәрҙәренә; Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәт хеҙмәткәрҙәренә; таможня органдары хеҙмәткәрҙәренә; Милли гвардия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәргә; Федераль фельдъегер хеҙмәтенең етәкселек итеүсе составына бирелә.

Әгәр сентябрҙә аҡса түләнмәһә, уны һуңыраҡ күсереүҙәре мөмкин.

22 августа президент илдең барлыҡ пенсионерҙарына бер тапҡыр 10-шар мең һум түләргә тәҡдим иткәйне. Аҙаҡтан ул тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Хаҡлы ялдағылар аҡсаны 2 сентябрҙә ала башлай.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: түләүҙәр
 
 
Автор:Лариса Михалькова