Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Август 2021, 16:30

Пенсионерҙарға 10-шар мең һум аҡса 2 сентябрҙә түләнә башлай

Рәсәй вице-премьеры Татьяна Голикова хаҡлы ялдағыларға 10 һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләү тәғәйенләү тәртибен аңлатты. Уның һүҙҙәренсә, тәүге пособиелар 2 сентябрҙә түләнә башлай.

Пенсионерҙарға 10-шар мең һум аҡса 2 сентябрҙә түләнә башлай
Пенсионерҙарға 10-шар мең һум аҡса 2 сентябрҙә түләнә башлай

Бөтәһе 43 миллионға яҡын пенсионер аҡса алырға тейеш, тип хәбәр итте РИА Новости. Түләүҙәр, ҡартлыҡ буйынса пенсионерҙар менән бергә, ҡараусыһын юғалтыу һәм инвалидлыҡ буйынса пенсия алыусыларға ла ҡағыла. Тәүгеләрҙән булып, 2 сентябрҙә, 10 мең һумды пенсияһын картаға алыусыларға күсерелә. Вице-премьер әйтеүенсә, ундайҙар 30,7 миллионға яҡын иҫәпләнә.

Ҡалған 12,7 миллион пенсионерға пособие пенсия менән бер үк ваҡытта өйҙә, «Рәсәй почтаһы» аша бирелә. Әлеге пособие льготалар һәм субсидиялар билдәләгәндә ғаилә килемендә иҫәпкә алынмай.

Фото

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
 
 
Автор:Лариса Михалькова