Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Август 2021, 10:00

Пенсия фондында сентябрҙә пенсионерҙарға 10 мең һум түләү тәртибе тураһында һөйләнеләр

Рәсәй пенсионерҙарына 10 мең һум түләү тәртибе тураһында һөйләнеләр. Бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны алыу өсөн ҡайҙалыр мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, уны даими пенсия суммаһы менән бергә күсерәләр, тип хәбәр ителә Рәсәй Пенсия фонды идаралығы сайтында.

Пенсия фондында сентябрҙә пенсионерҙарға 10 мең һум түләү тәртибе тураһында һөйләнеләр
Пенсия фондында сентябрҙә пенсионерҙарға 10 мең һум түләү тәртибе тураһында һөйләнеләр

«Түләү 2021 йылдың сентябрендә Пенсия фондындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә ғаризаһыҙ тәртиптә ғәмәлгә ашырыла», – тип билдәләнеләр ведомствола.

Бер тапҡыр бирелә торған түләү пенсия кеүек үк күсерелә: әгәр аҡса банк картаһы килә икән, унан тыш тағы ун мең һум өҫтәлә.

Аҡса бөтә пенсионерҙарға — эшләп йөрөгәндәргә лә, эшләмәгәндәргә лә бирелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Рәсәй президенты Владимир Путин хаҡлы ялдағыларға ун мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тәғәйенләргә тәҡдим иткәйне. Уҙған шишәмбелә ул тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Фото

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
 
Автор:Лариса Михалькова