Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Август 2021, 11:00

Хәбиров Өфөнө WorldSkills чемпионатының милли финалы өсөн даими майҙансыҡ итеп ҡалдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн IX «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионаты финалының эшлекле программаһы сиктәрендәге пленар ултырыш ваҡытында Өфөнө WorldSkills Russia финалын уҙғарыу өсөн даими майҙансыҡ итеп ҡалдырырға тигән тәҡдим индерҙе.

Хәбиров Өфөнө WorldSkills чемпионатының милли финалы өсөн даими майҙансыҡ итеп ҡалдырырға тәҡдим итте
Хәбиров Өфөнө WorldSkills чемпионатының милли финалы өсөн даими майҙансыҡ итеп ҡалдырырға тәҡдим итте

«WorldSkills финалын уҙғарыу майҙансығын ҡайҙалыр нығытырға кәрәк, — тине республика етәксеһе. — Мин шулай тип уйлайым. Мәскәүҙең, аңлашыла, үҙенеке бар. Питер – Санкт-Петербург иҡтисади форумы. Екатеринбургта иһә «Иннопром». Ут күршеләребеҙ — туғандаш Татарстан Республикаһында – KazanSummit һәм башҡалар. Башҡортостанда ғына бер нәмә лә юҡ. Әгәр һеҙ ошондай ҡарар ҡабул итһәгеҙ, беҙ, әлбиттә, «ҡаршы торорға тырышырбыҙ», ләкин ризалашырбыҙ. Бының өсөн беҙҙә бөтә ресурстар һәм ҡеүәт бар».

Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығының генераль директоры Роберт Уразов Башҡортостан Башлығының тәҡдиме бик ҡыҙыҡлы булыуын билдәләне.

«Чемпионат – ҡатмарлы күренеш ул, асылда, ҡыҫҡа ваҡытта 100 завод төҙөгән кеүек. Башҡортостандан һәм федераль үҙәктән коллегаларыбыҙ менән быны тикшерербеҙ. Бик мөһим һәм ҡыҙыҡлы тәҡдим», — тине Роберт Уразов, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында уҙған пленар ултырышта чемпионаттың Рәсәйҙә милли проекттарҙы һәм сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуға йоғонтоһо мәсьәләһе тураһында фекер алышынды.

Фото: Олег Яровиков

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
 
Автор:Лариса Михалькова