Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Апрель 2021, 15:40

Радий Хәбиров: Хәҙер Ҡуштау тураһында мәсьәлә тулыһынса ябылды

Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй 24 телеканалына Рәсәй президенты Владимир Путиндың «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте акцияларының 38,3% Башҡортостан Республикаһы милкенә, шулай уҡ 11,7% плюс бер акцияны ышаныслы идараға тапшырыу тураһында ҡарарына аңлатма бирҙе.

Хәҙер Ҡуштауҙы эшкәртеү ихтималлығы тураһында мәсьәлә тулыһынса ябылды, тип белдерҙе ул.
«Хәҙер был мәсьәлә тулыһынса ябылды тип икеләтә әйтә алабыҙ, сөнки Рәсәй президентының бөтә ҡарарҙарын ғәмәлгә ашырғандан һәм документтарҙы рәсмиләштергәндән һуң предприятие менән идара итә башлайбыҙ, — тине республика етәксеһе. — Ләкин ошо ваҡытҡа тиклем үк республика халҡының үтенесе буйынса Ҡуштауға тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын бирергә хәл иткәйнек. Йәғни шихан һаҡлана тигән статус алды. Беҙ өс шихан урынлашҡан бөтә биләмә буйынса ЮНЕСКО геопаркы статусын алыу өсөн досье ебәрҙек. Йәғни беҙ артабан киттек. Ошо шиханға халыҡ-ара статусын бирергә теләйбеҙ. ЮНЕСКО-ла ғаризабыҙҙы ҡарауҙың беренсе этабын уңышлы үттек. Ҡәтғи ҡарар көтәбеҙ. Шуға күрә бөтә көсөбөҙ менән шихандарыбыҙҙы һаҡлап ҡалырбыҙ».
Фото: Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Ҡуштау, БСК