Оҫталарҙан һәм һөнәрселәрҙән изделиеларҙы «Оҫталар йәрминкәһе» платформаһына урынлаштырыу буйынса дәүләт ярҙамын алыу өсөн ғаризалар Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының Халыҡ-художество кәсептәре үҙәгендә ҡабул ителә.
«Маҡсат – Башҡортостан һөнәрселәренең тауарҙарын яңы һатыу баҙарына яҡынайтыу һәм популярлаштырыу», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров, шулай уҡ бәләкәй һәм урта предприятиеларға булышлыҡ итеү буйынса милли проект сиктәрендә эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелеүен өҫтәне.
Ғаризалар zayavkayarmarka@yandex.ru электрон почтаһына 2021 йылдың 1 февраленә тиклем ҡабул ителә. Консультацияны 8(347)292-77-45 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Хәҙерге көндә 100 меңдән ашыу һөнәрсе «Оҫталар йәрминкәһе» электрон платформаһында үҙҙәренең үҙенсәлекле әйберҙәрен һатыу менән шөғөлләнә.
Ай һайын ошо электрон платформаға 8 миллиондан ашыу һатып алыусы килә.