Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Ғинуар 2021, 16:10
Башҡортостанда 400 ишле ғаилә ер участкалары урынына 250 мең һум алырға мөмкин
Ишле ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкалары 2011 йылдан бирелә башланы, бөгөнгә 44 меңдән ашыу ер участкаһы бүленгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда «Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан законына индерелгән үҙгәрештәр ишле, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, бушлай ер алыу өсөн иҫәптә торғандарға һайлау – бер тапҡыр түләнә торған 250 мең һум аҡса йәки ер участкаһы алыу мөмкинлеге бирелде.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская Дәүләт Йыйылышының аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты ултырышында 2020 йылға республика бюджетынан граждандарға бер тапҡыр бирелгән аҡсалата түләү тураһында 200 таныҡлыҡ өсөн 50 миллион һум бүленеүе хаҡында һөйләне.
Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына 200 таныҡлыҡтың 160-ы тапшырылған. Тағы 40 ғариза муниципаль берәмек хакимиәттәрендә.
Быйыл халыҡтың льготалы категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү өсөн 400 таныҡлыҡҡа 100 миллион һум ҡаралған.
Фото: Валерий Шахов
Теги:
күп балалы ғаиләләр
,
ер участкалары
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
https://www.bashinform.ru/bash/1546124/
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?