Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Декабрь 2020, 17:00

Башҡортостанда Һөнәрҙәр аҙналығы асылды

Өфөлә креатив индустрияларҙы үҫтереүгә арналған «Башҡортостан Республикаһында һөнәрҙәр аҙналығы» асылды.

Күләмле сара һөнәрселәрҙе, оҫталарҙы, көнкүреш әйберҙәре, этник кейем-һалым, биҙәүестәр, сувенирҙар әҙерләү өлкәһендә эшләгән предприятиеларҙы берләштерә.
«Был – халыҡ таланттары һәм ижад байрамы, уның төп геройҙары – яратҡан шөғөлөн бизнесҡа әүерелдергән оҫталар, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты башлығы Римма Бойцова. – Форум эшендә республиканың барлыҡ райондарынан тиерлек вәкилдәр ҡатнаша. Беҙ федераль спикерҙарҙы ла саҡырҙыҡ».
Эшлекле программала – федераль эксперттар ҡатнашлығында тематик түңәрәк өҫтәлдәр, сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар.
«Һөнәрселәр аҙналығы» барышында «Йыл һөнәрсеһе – 2020» республика конкурсына, ауыл һәм экологик туризм өлкәһендәге проекттар конкурсына йомғаҡ яһала, шулай уҡ республиканың халыҡ художество кәсептәре продукцияһы күргәҙмәһе була.
Форумдың иң сағыу ваҡиғаһы – «Йыл һөнәрсеһе – 2020» республика конкурсының йомғаҡлау этабы. Еңеүселәр 12 декабрҙә бүләкләнә.
«Һөнәрселәр аҙналығы»н Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы ойоштора.
Бөтә саралар ҙа санитар-эпидемиологик нормаларға ярашлы уҙғарыла.
«Һөнәрселәр аҙналығы»н үткәреү урыны — ВДНХ «ЭКСПО».
Фото: Олег Яровиков
Галина Бахшиева