Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Ноябрь 2020, 15:16

Һалым түләргә онотмағыҙ!

Башҡортостан Республикаһы Федераль һалым хеҙмәте милеккә һалымды үҙ ваҡытында түләү кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.

Быйыл бөтә Рәсәй биләмәһендә физик шәхестәр өсөн ер, транспорт, милек өсөн берҙәм түләү ваҡыты индерелде – 1 декабрҙән дә һуңлатмай түләргә кәрәк. Һалымды уңайлы юл менән түләргә мөмкин: банк, почта бүлексәләре, Федераль Һалым хеҙмәтенең электрон хеҙмәттәре аша: www.nalog.ru – “Заплати налоги” йәки “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты”. Бынан тыш, “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” хеҙмәтенә ҡушылһағыҙ, күсемһеҙ милек объекттары, транспорт саралары тураһында бар мәғлүмәтте белергә мөмкин, һалым органына бармайынса мөрәжәғәт итергә була.