Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Октябрь 2020, 14:55

Бинаны ҡуртымға ташлама менән нисек алырға?

Башҡортостандағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре республика һәм муниципалитет милкендәге биналарҙы, ер участкаларын ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә.

Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса проект офисы ултырышында хәбәр итеүҙәренсә, әле ошондай 2,5 меңдән ашыу объект бар.
Мәҫәлән, ҙур булмаған магазин асырға теләйһегеҙ йәки продукция һаҡлау өсөн келәт кәрәк, тик бина һатып алырға аҡсағыҙ юҡ. Ҡуртымға алырға теләгән объект хосуси милектә булһа, уның хужаһы менән килешеү төҙөп, шунда уҡ күсә алаһығыҙ.
Дәүләт милкендәге биналарҙы ҡуртымға алыу ҡатмарлыраҡ, әлбиттә. Уның ҡарауы дәүләт ҡуртым хаҡын бик һирәк арттыра, ғәҙәттә хаҡ нисек килешкәнһегеҙ, шулай ҡала. Әлеге ҡатмарлы шарттарҙа дәүләт ҡуртым хаҡын бөтөнләй түләтмәй башланы.
Башҡортостандағы дәүләт һәм муниципаль милектең тулы исемлеге менән “Башҡортостан Республикаһы бизнесы һәм инвестициялары” сайтында танышырға була. Үҙегеҙ теләгән районды йәки ҡаланы һайлап, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына һәм ярҙам инфраструктураһын булдырған ойошмаларға бирелгән муниципаль милек исемлеге” тигән һылтанма буйынса инергә кәрәк. Ундағы таблицала буш торған һәм ҡуртымға тапшырылған объекттар күрһәтелгән.
Дәүләт менән ҡуртым килешеүен нисек төҙөргә һуң? Закон буйынса дәүләт үҙ мөлкәтен документһыҙ берәүгә лә тапшырып ҡуймай. Был ғәмәл конкурс йәки аукцион аша башҡарыла. Шуға күрә ҡуртымға алыусыға башта участканы йәки бинаны һайларға, заявка ебәрергә кәрәк. Милек хужаһы һеҙгә сауҙалашыу тураһында белдереү ебәрә. Уны ғәҙәттә кәмендә 30 көн алдан иғлан итәләр. Мәғлүмәт Рәсәй Федерацияһының рәсми сауҙалашыу сайтында урынлаштырыла. Ҡуртымға алырға теләгәндәр документтар йыйып, аукцион комиссияһына ебәрә. Сауҙалашыуҙа еңеүсе менән килешеү 10 көн үткәс төҙөлә.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер осраҡтарҙа бинаны ҡуртымға сауҙалашыуһыҙ ҙа тапшыралар. Бындай осраҡтар “Конкурентлыҡты яҡлау тураһында”ғы Федераль закондың 17.1-се статьяһында айырып билдәләнгән.
Тағы ла ниндәй үҙенәлектәр бар һуң? Беренсенән, ҡуртым килешеүе срогы кәмендә биш йыл була һәм тәүге йылдарҙа ҙур ташлама бирелә. Икенсенән, бизнес дәүләт милкен һатып алыуҙа өҫтөнлөклө хоҡуҡтан файҙалана (әгәр был мөлкәт биш йылдан ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мөлкәте исемлегендә булһа).
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова