Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июль 2020, 11:00

Республиканың күп балалы ғаиләләре ер урынына бер ниндәй сикләүһеҙ 250 мең һум алырға мөмкин

Башҡортостандың күп балалы ғаиләләре үҙҙәренә тейешле ер участкаларына алмашҡа 250 мең һум аҡса алырға мөмкин. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында беренсе вице-премьер Андрей Назаров проект эшләп бөтөрөүҙе талап итә тигән ҡарар ҡабул итте.

«Әйтәйек, кешеләрҙең ҡалала фатиры бар һәм улар ҡаланан ситкә китергә теләмәй икән, ти. Был осраҡта улар аҡса өҫтәп, үҙҙәренең фатирын ҙурыраҡҡа алмаштыра алһын өсөн. Кешеләрҙең һайлау мөмкинлеге булырға тейеш», — тине республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары.
Беренсе вице-премьер ваҡыт сикләүен оҡшатманы. Ишле ғаиләләргә ер урынына 250 мең һум алыу тураһында ҡарарын рәсмиләштереүгә 30 көн бирелә.
«Әгәр ул ошо айҙа урындағы хакимиәткә бер ни ҙә хәбәр итмәһә, гражданин баш тартҡан тип иҫәпләнә. Кешенең төрлө хәлгә тарыуы мөмкин – бәлки, ул сирләйҙер йәки берәй ҡайҙа киткәндер. Ни өсөн кешеләрҙе сикләргә кәрәк һуң? Улар уйларға, кәңәшләшергә теләйҙер? Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү ысулын билдәләү – шаярыу түгел. Ҡайһы берҙә бының өсөн ғүмер кәрәк була», — тине Андрей Назаров.
Проектта яҙылған тағы бер сикләү – бүленгән аҡсаны тотоноуға бер йыл. Әгәр билдәләнгән осорҙа кеше килешеү төҙөмәһә, уның ошо 250 мең һумға хоҡуғы юғала.
«Йәнә аңлашылмаған сикләү. Әгәр кешенең хоҡуғы бар икән, ни өсөн ул бер йыл ғына ғәмәлдә? Бәлки, ул хаҡы төшөүен көтәлер, бәлки, һатыулашалыр... Ни өсөн уға ниндәйҙер сикләү ҡуйырға?», — тип асыуланды Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры һәм проектты эшләп бөтөрөргә ҡушты.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы