-9 °С
Болотло
«Комиссия ағзалары битлек кейеп эшләргә, тауыш биреүҙә ҡатнашыусы паспортын үҙе асып күрһәтергә бурыслы. Комиссияларға тауыш биреү өсөн кабиналарҙа ҡорғандарҙы алып ҡуйырға һәм шул уҡ ваҡытта үҙ ихтыярыңды белдереү серен тәьмин итергә тәҡдим ителде. Халыҡ өймәкләшеп тормаҫҡа, тауыш биреүселәр араһында ара метр ярымдан кәмерәк булмаҫҡа тейеш. Һәр тауыш биреүсенән һуң ручкаларҙы антисептик менән таҙартырға кәрәк. Комиссия ағзаларына теләһә ниндәй ауырыу билдәләре булғанда эшкә сығыу ҡәтғи тыйыла», — тип билдәләне Илона Макаренко.