Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март 2020, 13:00

Башҡортостанда коронавирус йөрөтөү ихтималлығы булғандар менән эшләгән табиптарға өҫтәмә аҡса түләнә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы буйынса карантинда булғандар менән эшләгән табиптарҙы дәртләндерергә ҡушты.

Тиҙҙән табиптарға өҫтәмә түләү тураһында тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйыла, тип хәбәр итте ул республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
Уның һүҙҙәренсә, әле алғы һыҙыҡта эшләгән табиптар матди яҡтан дәртләндерелергә тейеш.
«Беҙҙә инфекция барлыҡҡа килмәҫ тип уйлау өсөн бер ҡатлы, мин хатта ахмаҡ тип әйтер инем, булырға кәрәк – сир мотлаҡ барлыҡҡа килер. Был ваҡытҡа бәйле, — тип белдерҙе республика башлығы. — Һуңғы ике аҙнала Башҡортостандан 15 мең кеше сит илдә булып ҡайтҡан. Шуға күрә беҙгә тап шуға әҙерләнергә кәрәк».
Потенциаль зарарланған сирлеләр менән эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн дә ошондай түләүҙәр ҡаралған.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 58 кеше коронавирусҡа шик менән дауаханаға һалынған, уларҙың алтауһы – балалар.
«Беҙҙә коронавирус менән сирләүҙең тәүге осрағы асыҡланыу менән шунда уҡ хәбәр итербеҙ, бер ниндәй мәғлүмәтте лә йәшермәҫбеҙ», — тине республика башлығы Радий Хәбиров.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы