Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ғинуар 2020, 18:00

Радий Хәбиров ауыл проблемаларын халыҡ ҡатнашлығында тикшереү өсөн майҙансыҡ булдырырға тәҡдим итте

Радий Хәбиров Миәкә районына эш сәфәре барышында район хужалыҡтары етәкселәре менән аралашты.

Башҡортостан агросәнәғәт комплексына ярҙамды арттырырға һәм ауыл халҡына субсидиялар менән ярҙам итергә ниәтләй, тип билдәләне республика башлығы. Хужалыҡ етәкселәре һүҙҙәренсә, улар дәүләт яғынан ярҙамды тоя, юғиһә, яғыулыҡ-майлау материалдарына һәм минераль ашламаларға хаҡтарҙың даими күтәрелеүен иҫәпкә алғанда, эшләүе ауыр булыр ине.
Осрашыу «Үҙәк» машина-трактор станцияһының Миәкә филиалында (Федоровка һәм Стәрлебаш бүлексәләре лә шуға ҡарай) уҙҙы. Ул районда һөрөлгән ерҙең 15% ашыуын биләй, 3300 баштан ашыуы һыйыр бар. Филиал директоры Айрат Садиҡов әйтеүенсә, бөгөнгә уларҙа 350-гә яҡын кеше эшләй, уртаса 24 мең һум самаһы хеҙмәт хаҡы сыға. Филиалда 200-ләгән берәмек ауыл хужалығы техникаһы, ҡышҡы осорҙа ул ремонтта тора.
Ауылды социаль үҫтереүгә лә махсус иғтибар бүленә, тине Радий Хәбиров.
«Беҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттар төҙөүҙе, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, юлдарға һәм урамдарҙы яҡтыртыуға аҡса бүлеүҙе дауам итербеҙ, йәштәрҙең күбеһе ауылда йәшәргә һәм эшләргә ҡалыр тип ышанғы килә», — тине Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, агросәнәғәт комплексы проблемаларын тикшереү, халыҡтың үҙҙәренең проблемаларын һәм тәҡдимдәрен әйтеү мөмкинлеге булһын өсөн айырым майҙансыҡ булдырыу хаҡында уйларға кәрәк.