Китап «Инком-Союз» компанияһының һәм Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының берлектәге проекты булып тора, тип хәбәр иттеләр ғилми институттан.
Белгестәр ҡош тиҙәген үтә юғары йышлыҡлы энергияны файҙаланып эшкәртеү технологияһын әҙерләгән. Бер үк ваҡытта барлыҡ патоген микрофлора юҡҡа сығарыла, тиҙәкте йыл әйләнәһенә эшкәртеү мөмкинлеге тәьмин ителә, ҡалдыҡтарҙы тирә-яҡ мөхиткә сығарыуға юл ҡуйылмай.
Технологик линия алдан билдәле агрохимик үҙенсәлектәр менән бөртөклө ашламалар етештереүҙе күҙ уңында тота. Линияның етештереүсәнлеге — тәүлегенә 200 кубометр.
Ошо ашламаны файҙаланыу тупраҡта серемтәне арттыра, уның уңдырышлылығын күтәрә. Технология Благовар районы хужалыҡтарында уңышлы һыналған.