Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Август 2019, 12:02

Рәсәйҙә социаль өҫтәмәләр түләү тәртибен билдәләнеләр

Рәсәйҙә төбәктәрҙә пенсияларға социаль өҫтәмәләр түләү тәртибен билдәләнеләр. Тейешле документ Рәсәй Хәкүмәтенең рәсми сайтында баҫылған.

Сираттағы финанс йылына пенсионерҙың төбәктәге йәшәү минимумы дәүмәле билдәләнергә тейешле берҙәм ҡағиҙәләр әҙерләнгән. Өҫтәмә социаль ярҙам күләме шуға бәйле. Ул аныҡ төбәктәге хәлде иҫәпкә алып түләнә һәм пенсионерҙың илдәге — ағымдағы йылдың тәүге ике кварталындағы йәшәү минимумына иҫәп тотола. Был пенсионерҙың төбәктәге йәшәү минимумы дәүмәлен нигеҙһеҙ түбәнәйтеүгә юл ҡуймаҫҡа тейеш. Ул пенсионерҙарға социаль ярҙамдың уртаса кимәлен арттырыр тип көтөлә. Башҡортостанда быйыл IV кварталда айлыҡ йәшәү минимумы дәүмәле эшкә һәләтле халыҡҡа — 9355 һум, хаҡлы ялдағыларға — 7193 һум, балаларға 8723 һум тәшкил итә. Уртаса күләме — 8784 һум.