Ул 1938 йылда Мәсетле районының Буртаковка ауылында тыуған. Әләгәҙ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаған. 1955 йылда Дыуан ауыл хужалығы техникумына инә. Техникумдан һуң армияға алына. 1962 йылда, хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Мордва дәүләт университетының химия һәм биология факультетына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас Ҡыйғы районының Йыланлы урта мәктәбенә эшкә йүнәлтелә. 1971 йылда Дыуан районының Аяҙ урта мәктәбенә директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп күсерелә. Дыуан районында 3 йыл эшләп, Ғәли Йәрмөхәмәтов тыуған районына ҡайта һәм Ҡорғат мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. 1977 йылда Теләш мәктәбенә күсерелә. Ә 1983–1998 йылдарҙа Оло Ҡыҙылбай мәктәбе директоры булып эшләй.
Һәр саҡ тыныс һәм изгелекле – ул педагогик коллективта ла, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре араһында ла хөрмәт ҡаҙанды. Һәр саҡ ярҙамсыл булды, башҡаларҙың проблемаларына битараф ҡалманы. Ғәли Таһир улы үҙенең тәжрибәһе, белеме менән коллегалары һәм ауылдаштары араһында лайыҡлы абруй ҡаҙанды. Хеҙмәттәре өсөн бик күп почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Ғәли Таһир улы Йәрмөхәмәтов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Мәсетле районы мәғариф бүлеге һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты.