Бөтә яңылыҡтар
Иҫкә алайыҡ
29 Октябрь 2025, 11:35

Ғилметдинова З. Ҡ.

2025 йылдың 17 октябрендә Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһының шәфҡәт туташы Ғилметдинова Зөлфиә Ҡәниф ҡыҙы арабыҙҙан китте.

Ғилметдинова З. Ҡ.
Ғилметдинова З. Ҡ.

Оло ҡайғы яҡындарының һәм шат, изге күңелле, ярҙамсыл ҡатын менән эшләгән, уны белгән кешеләрҙең йөрәктәрен өҙгөләй.
Зөлфиә Ҡәниф ҡыҙы 1963 йылдың 14 мартында Тимерәк ауылында тыуған. Йонос урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Һатҡы медицина училищеһына уҡырға инә. 1985 йылда уны уңышлы тамамлап, хеҙмәт юлын Әбдрәхим ауылы медпунктында фельдшер булып башлай. Үҙенең тормошон мәктәп йылдарынан дуҫ булған Ансар Мазһар улы менән бәйләй. Ғилметдиновтар ике улға ғүмер бүләк итә.
2001 йылда ғаилә Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсә, Зөлфиә Ҡәниф ҡыҙы шифаханала эшләй башлай. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары профессиональ сифаттары өсөн бер нисә тапҡыр почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ була.
Улар ире менән ҙур матур йорт төҙөнөләр, иҫ киткес баҡса үҫтерҙе, Зөлфиә Ҡәниф ҡыҙы гөл-сәскәләрен яратып, наҙлап баҡты. Ул розаларҙы бик яратты…
Зөлфиә Ҡәниф ҡыҙының туғандары, дуҫтары, коллегалары уның иғтибарлы һәм һәр хәлдә ярҙамға килергә әҙер булыуын билдәләй. Зөлфиә Ғилметдинованы белгән һәр кем уны алсаҡ, киң күңелле, аҡыллы һәм оптимист тип хәтерләй.
Матур тормош иптәше, яратҡан әсәй, ғәжәп йәнле кеше булды. Үҙенән һуң күп изге эштәр ҡалдырҙы, пациенттары һәм ғаиләһе уға рәхмәтле. Зөлфиә Ҡәниф ҡыҙы тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәк.
Яҡындары.

Автор: