Бөтә яңылыҡтар
Иҫкә алайыҡ
17 Октябрь 2025, 12:35

Иҫкә алайыҡ

19 октябрҙә ҡәҙерле, яратҡан ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ Озорнина Раисья Борисовнаның фажиғәле һәләк булыуына 5 йыл тула.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ул беҙҙең өсөн иң яҡын кеше, яратҡан ҡатын, наҙлы һәм хәстәрлекле әсәй, өләсәй булды. Ҡапыл беҙҙең аранан китеүе йөрәктәрҙә уңалмаҫ яра ҡалдырҙы. Һөйөклө кешебеҙҙе бер мәлгә генә кире ҡайтарып, ҡосаҡлап, элеккесә ҡулдарынан наҙлап тотоп, үбеп, уның беҙҙең тормошобоҙҙа етмәүен әйтеп, барыһы өсөн дә ғәфү үтенеп, әйтелмәгән һүҙҙәрҙе әйтәһе ине. Ҡулдарынан тотоп, һыйынып ултырып танһыҡтар ҡанғансы һөйләшергә ине.
Һин киткәндән алып күңелдәрҙә
Оялап алды етемлек,
Тынысланып, онотолор ҙа өсөн
Ваҡыт та үтте кеүек етәрлек...
Озорнина Раисья Борисовнаны белгәндәрҙең уны беҙҙең менән бергә иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ. Ауыр тупрағы еңел, урыны мәңгелек йәннәт түрендә булһын.
Ире, балалары, ейәндәре (Әләгәҙ ауылы).

Автор: