Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкә алайыҡ
16 Март , 10:00

Иҫкә алайыҡ

16 мартта Оло Ыҡтамаҡ ауылынан яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Сәйҙәхмәтова Рәмилә Тавафетдин ҡыҙының йөрәге тибеүҙән туҡтауына бер йыл була.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ул бик яҡты һәм изге күңелле кеше ине, беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итте, аҡыллы кәңәштәрен бирҙе. Эш һөйөүсәнлеге менән айырылып торҙо, уның ихатаһы хуш еҫле сәскәләр менән тулы булды.
Ул беҙҙең өсөн иң яҡын һәм һөйкөмлө кеше, яғымлы һәм хәстәрлекле әсәй, өләсәй ине. Фани донъяларҙы ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күсеүе йөрәктәрҙә мәңге уңалмаҫ яра булып ҡаласаҡ.
Бер мәлгә генә уны кире ҡайтарып, әйтеп өлгөрмәгән һүҙҙәрҙе әйтеп, элеккесә наҙлап ҡосаҡлап, яурындарын һыйпап, ҡулдарын үбеп алырға, уның нисек етмәүен һөйләргә ине. Һыйынып ултырып, ҡулын ысҡындырмай ғына һөйләшергә, барыһы тураһында ла һөйләргә...
Беҙҙең һағыштарҙы үлсәп тә, күҙ йәштәре менән йыуып сығарып та булмай. Беҙҙең йөрәктәрҙә һин мәңге йәшәйәсәкһең. Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә!
Балалары, ейәндәре, бүләләре.

Автор: