Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкә алайыҡ
15 Март , 16:15

Иҫкә алайыҡ

Һөләймән ауылында тыуып үҫеп, Яңы Мөслим ауылында йәшәгән иң яҡын кешебеҙ, туғаныбыҙ Ғиззәтулина Алһыу Зөфәр ҡыҙының арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 14 мартта бер йыл тулды.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Бер йыл үтте һин киткәнгә. Һине уйламаған берәй көн булдымы икән, туғаным?! Бер йыл һинең юҡлығыңа, ә әрнеүҙәргә йөрәк түҙерлек түгел шул...
Ул изге күңелле, ярҙамсыл, аралашыусан, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер ине. Уның яғымлы һүҙҙәрен, наҙлы күҙ ҡараштарын һағынабыҙ. Һөйөклөбөҙҙөң яҡты рухы күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр, беҙҙең менән бергә уның изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр менән генә иҫкә алайыҡ. Ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын.
Тормош иптәше, балалары, туғандары исеменән апаһы Гөлдәр.

Автор: