Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкә алайыҡ
22 Февраль , 12:25

Иҫкә алайыҡ

Ҡәҙерле ирем, әтейебеҙ, ҡартәтейебеҙ, туғаныбыҙ, дуҫыбыҙ, ауылдашыбыҙ Хәйруллин Фәхрәзи Ғарифулла улының яҡты донъянан китеүенә ун йыл булды.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Беҙ һине уңған, хәстәрлекле, йөҙөңдән йылмайыу китмәгән, изге күңелле итеп беләбеҙ, шундай итеп мәңге хәтерләрбеҙ. Кәңәштәрең, теләктәрең һаҡлап йөрөтөр.
Сафлыҡ бөркөп һине хәтерләтеп,
Күкте биләп ҡарҙар яуалар.
Йәшәрһең һин йөрәктәрҙә мәңге,
Булмаһаң да беҙҙең арала.
Ҡайтыр һуҡмағыңды ҡарҙар күмде,
Ҡар аҫтына киткән юлдарың.
Тик хәтерҙе бер ни күмә алмаҫ,
Өҙә алмаҫ хәтер ҡылдарын.
Һине һағынып ҡатының Рәзилә, балаларың, ейәндәрең, туғандарың, дуҫтарың, ауылдаштарың (Әләгәҙ ауылы).

Автор: