-6 °С
Болотло
Яҡын кешебеҙҙең беҙҙең аранан китеүен кисереү бик ауыр. Ул яҡшы, изге күңелле кеше, ышаныслы тормош юлдашы булды, балаларҙы яратты, улар өсөн хәстәрлекле, наҙлы әсәй ине. Эшен яратты, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында сирле кешегә ярҙамға килергә әҙер булды, дуҫтары, коллегалары, ауылдаштары хөрмәтен яуланы. Ул беҙҙең өсөн мәңгелеккә өлгөлө ҡатын, яратҡан әсәй, үҙ эшенең ысын оҫтаһы булып ҡалды. Гөлнара Хәкимйән ҡыҙын белгәндәрҙең уны беҙҙең менән бергә иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ.
Тыныс йоҡла, урындарың
Ожмахтарҙың булһын түрендә.
Һағынабыҙ, һине юҡһынабыҙ,
Һаҡланырһың һәр саҡ күңелдә!
Ире, балалары (Йыланыш ауылы).